Алымына күрә — һалымы13.12.2013
Байҙар дәүләт сығымдарын мулыраҡ күтәрергә бурыслы
Киләһе йылға һәм 2016 йылға тиклем дәүләт ҡаҙнаһы проектын беренсе уҡыуҙа уҡ Дәүләт Думаһындағы “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси фирҡәһе фракцияһы депутаттары, төп документтың бөтә килемдәрҙе лә иҫәпкә алмауын белдереп, ҡаршы тауыш бирәсәген еткергәйне. Яңыраҡ фракция депутаттары парламент ҡарамағына йән башына һалымдың килемгә ҡарап үҫә барыусы шкалаһын индергән закон проекты тәҡдим итте. Ул дәүләт ҡаҙнаһын йөҙҙәрсә миллиард һумға тулыландырыу менән бергә, иҡтисади хәлде лә сәләмәтләндерер тип көтөлә. “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһенең был аҙымын КПРФ, ЛДПР һәм “Берҙәм Рәсәй” фракцияларынан ҡайһы бер депутаттар хуплай.
“Газета.Ру” интернет баҫмаһының хәбәр итеүенә ҡарағанда, Рәсәй Һалым кодексының 23-сө киҫәгендәге 2-се өлөшкә төҙәтмә индерелеүе бик тә ихтимал. Проектты әҙерләүселәрҙең береһе Олег Нилов фекеренсә, йылына 5 миллион һум килем алыусылар өсөн йән башына һалымдың эшләп килгән тәртибе һаҡлана. Ә бына 5 миллиондан 50 миллион һумға тиклем килем хужалары уның – 18, 50 миллиондан 500 миллион һумға саҡлы – 23, 500 миллион һумдан да күберәк алғандар 28 процентын һалым рәүешендә түләргә бурыслы.
Әммә был ғәҙел башланғысҡа ҡаршы сығыусылар үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Көрсөк мәлендә һалымды арттырыу уның йыйылыуына кире йоғонто яһаясаҡ, ти улар. Йән башына һалым былай ҙа яҡшы йыйыла. “Бизнесҡа һалым йөгө әле үк аҡылдан шашырлыҡ, — ти Фонд-биржа компанияһының Иҡтисад-хоҡуҡ мәктәбе генераль директоры Сергей Пятенко. – Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы буйынса йыйымдар былай ҙа күп алына. Иҡтисади хәлде һалымды кәметеү иҫәбенә генә яҡшыртырға мөмкин”. Ҡаҙнаны тулыландырыу мәсьәләһенә килгәндә, либераль етәксе әйтеүенсә, ул уйлап сығарылған. “Бюджетниктар”ҙың эш хаҡы һалым түләүселәрҙекенән дә юғары.
Гайдар исемендәге Ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Великова ла “Ғәҙел Рәсәй”ҙең идеяһын хупламай. Хәҙерге система яйға һалынған, ти ул, еңел күҙәтеп барыла. Рәсәй менән таможня берлеге ағзалары Беларусь һәм Ҡаҙағстанда ла шундай уҡ система (12 һәм 10 процент) ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта, ғалимәнең фекеренсә, ярлы ҡатламдар өсөн һалымды кәметергә мөмкин.
“Бер генә цивилизациялы илдә лә беҙҙәге кеүек байҙарға һаҡсыл, хәстәрлекле мөнәсәбәт юҡ”, — ти Нилов. Ысынлап та, бынан 12 йыл элек индерелгән “яҫы шкала”ның ғүмере сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә оҙон булып сыҡты, уға хатта 2008 йылға саҡлы һуҙылған “бай тормош” та йоғонто яһай алманы. Элек эшләп килгән 12 процентҡа тағы ла 1-ҙе өҫтәп, Рәсәй Конституцияһының 57-cе статьяһына (унда “яңы һалым урынлаштырған йәки һалым түләүселәрҙең хәлен насарайтҡан закондар кире көскә эйә түгел” тип яҙылған) ҡаршы килеүҙәренә иғтибар итеп тә торманылар. Һалым былай ҙа яҡшы йыйыла, тигән хәбәр ябай граждандарҙың күҙен буяу өсөн генә әйтелә. Вице-премьер Ольга Голодец быйыл йәй баштарында уҡ 87 миллион самаһы эш биреүсенең яртыһынан күберәгенең һалым һәм йыйымдарҙан ситләшеүе тураһында белдергәйне. Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәктәре мәғлүмәттәренә ярашлы, йәштәрҙең күпселеге улар өсөн тейешле һалымдарҙың, шул иҫәптән страховканың түләнеп барыуы менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай.
Прогрессив үҫә барыусы һалымды индереүгә ҡаршыларҙың иң йоғонтолоһо, әлбиттә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың фекере. Проблема ҡуҙғатылған һайын ул үҙенең эш хаҡын конверттарҙа түләй башлаясаҡтар тигән бер яҡлы ҡарашын асыҡтан-асыҡ белдерә килә. Күрәһең, Кремль етәксеһе теләһә ниндәй хөкүмәттең абруйы уның ҡаҙнаһы менән баһалана тигән тапҡыр әйтем менән иҫәпләшергә теләмәй. Ә һалымды ысынлап та йыя, уның базаһы киңәйһен өсөн, йоғонтоло саралар күрә белергә кәрәк. Ошо йәһәттән Италия Республикаһының бынан 66 йыл элек көсөнә ингән конституцияһының 53-сө статьяһы түбәндәгесә яңғырай: “Һалым мөмкинлектәренә ҡарап, дәүләт сығымдарында барыһы ла ҡатнашырға бурыслы. Һалым системаһы үҫә барыусы башланғысҡа ҡорола”.
Йән башына һалымдың прогрессив шкалаһын индереү һис тә ғәҙелһеҙлек күренеше түгел, ти Олег Нилов. Бөйөк Британияла йыллыҡ килеме 150 мең фунт (7,5 миллион һум) булған граждандар уның 45 процентын һалым итеп түләй. АҠШ, Германия, Франция, Испания һәм Италияла хәлле граждандар килеменең 35 – 52 процентын ҡаҙнаға күсерә. Иң юғары һалым тормош кимәле лә иң юғары иҫәпләнгән Скандинавия илдәрендә — 56,6 процент.
Фекерҙе тамамлар алдынан ике мәсьәләгә туҡталып китеү мотлаҡ. Беренсенән, Рәсәй байҙары илдең эволюцион үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән юғары мәҙәниәтле социаль ҡатлам түгел. Уларҙың нисек миллиардер булып киткәне йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Ил байлығының өстән бер өлөшөнә хужа булған граждандарҙың һалымдан ситләшергә маташыуы — үҙе үк мәҙәниһеҙлек билдәһе. Икенсенән, Рәсәйҙә ысынлап та һалым түләүҙән төрлө юлдар менән ҡасыусы граждандарҙың күплеге дәүләт органдарын, иң элек депутаттарҙы уйландырырға тейеш ине. Уйландырырға ғына түгел, тейешле сараларын да күрергә. Нисек кенә булмаһын, дәүләт сығымдарын күтәреүҙә байҙарҙың беренсе булып ҡатнашырға бурыслылығы социаль дәүләт өсөн мөһим ҡағиҙә һанала.