Заман үҙгәреш талап итә13.12.2013
Кисә Өфөлә “Архитектор һөнәре. Үҙгәрештәр ваҡыты” халыҡ-ара конференцияһы башланды. Унда сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙән 200-гә яҡын кеше ҡатнаша.

Сараны “Сен-Гобен” компанияһы, Рәсәйҙең Архитекторҙар союзы һәм уның төбәктәге ойошмаһы ойошторған. Бында тармаҡтағы иң мөһим мәсьәләләр тикшерелә. Мәҫәлән, илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе һөҙөмтәһендә ҡайһы бер йәһәттән ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килде – уларҙы йырып сығыу әмәлен Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров бергәләп, сит илдәрҙең тәжрибәһе аша эҙләргә саҡырҙы. Конференцияла ҡатнашыусылар шулай уҡ архитектура өлкәһендә белем биреүгә, эшмәкәрлекте лицензиялауға, был тармаҡтағы ҡануниәт нормаларына бәйле мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе.
– Һөнәри берләшмәбеҙҙе үҙебеҙ теләгәнсә үтә лә йоғонтоло тип әйтеп булмай. Шулай ҙа тап беҙҙең ҡарамаҡтағы тармаҡта бөгөн ҙур ҡатмарлыҡтар тупланған. Әгәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт өлкәһендәге мәсьәләләр, арзан торлаҡтың юҡлығы, эш урындары етмәүе тураһында һөйләйбеҙ икән – уларҙың айырым проблемалар түгеллеген, ә туранан-тура йәшәү мөхитенә ҡағылышлы икәнен төшөнөргә ваҡыт. Ә был — һеҙҙең менән беҙҙең ҡарамаҡтағы мәсьәлә. Уларҙы хәл итеү өсөн бөгөн әҙерлегебеҙ етәһе, – тине Рәсәйҙең архитекторҙар союзы рәйесе Андрей Боков үҙенең сығышында.
– Бөгөн дә, һәр ваҡыттағыса, квадрат метрҙар беҙҙә төп күрһәткес булып тора, шуға ла яңы архитектура өлгөләре менән йәмғиәт ҡыҙыҡһынмай тиерлек. Күп норматив документтар беҙҙең ҡатнашлыҡтан һәм фекерҙән тыш ҡабул ителә, – тип тармаҡтағы проблемаларҙы ла билдәләне Архитектура буйынса халыҡ-ара академияһының вице-президенты Михаил Хазанов.
Конференция бөгөн дә дауам итә. Сарала төҙөлөш баҙары, етештереүселәр менән архитекторҙарҙың мөнәсәбәте тураһында ла һүҙ барасаҡ. “Сен-Гобен БДБ” компанияһының генераль директоры Гонзаг Арну де Пире төҙөлөш өлкәһендәге инновациялар менән таныштырасаҡ. Япониялағы Номур тикшеренеүҙәр институтының Рәсәйҙәге вәкиле Ивао Охаси “Smart sity” концепцияһы тураһында һөйләһә, Өфөнөң баш архитекторы Илдар Ибраһимов баш ҡаланы киләсәктә архитектура өлкәһендәге ниндәй үҙгәрештәр көтөүе тураһында бәйән итәсәк.


Вернуться назад