Өфөлә самолеттар арта07.12.2013
“Өфө” аэропорты базаһында “Сухой Суперджет-100” самолеттарын хеҙмәтләндереү буйынса техник үҙәк төҙөү республикабыҙ өсөн файҙалы буласаҡ. Тап ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте менән “ЮТэйр” авиакомпанияһы, “Сухой граждандар самолеты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
– “Өфө” халыҡ-ара аэропорты, республика сәнәғәте өсөн был килешеү яңы офоҡтар аса, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – 2014 йылда үҙәк эшләй башлар тип ышанабыҙ. Беҙҙә бының өсөн бөтәһе лә бар, тәжрибәле белгестәр етерлек.
Килешеүгә ярашлы, аэропорт биләмәһендәге ангарҙар самолеттар өсөн оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреләсәк. Ә уны хеҙмәтләндереү өсөн белгестәр Өфөләге уҡыу йорттарында әҙерләнә. Артабан транспорт өсөн кәрәкле агрегаттарҙы Башҡортостан предприятиеларында етештереү ҙә күҙаллана.
Ни өсөн тап “ЮТэйр” авикомпанияһы Өфөнө һайлаған һуң? Был хаҡта уның генераль директоры Андрей Мартиросов һөйләне.
– Бында ныҡлы осоу базаһы, осоусылар отряды, бортпроводниктар хеҙмәте булдырылған. Авиаүҙәк үҙебеҙҙең авиация сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк. Киләсәктә эш урындарын арттырырға уйлайбыҙ, – тине ул.
2014 йылдың авгусында алты самолет беҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырыласаҡ.
– “ЮТэйр” компанияһы менән берлектә Өфөнөң беҙҙең партнерыбыҙ булыуы мөһим , – тине “Сухой граждандар самолеты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Михаил Погосян. – Быйыл 25 самолет етештерҙек, киләһе йылда 40-тан ашыуҙы сығарырға планлаштырабыҙ.
“Сухой Суперджет-100” – йөҙ урынлыҡ реактив самолет. Компания уйлап тапҡан һәм етештергән был транспортты төҙөгәндә бығаса ҡулланылмаған заман технологиялары файҙаланыла. Киләсәктә уның Өфөнән Төркиәгә, Мысырға, шулай уҡ Сочи, Анапа, Краснодар, Геленджик кеүек курорт ҡалаларына, Нижневартовск, Худжанд, Мәскәү, Яңы Уренгой, Төмән, Тель-Авивҡа оса башлаясағы көтөлә.