Һөтсөлөккә – өҫтөнлөк07.12.2013
Һөтсөлөккә – өҫтөнлөк"500 ферма" республика программаһына инеү күп хужалыҡтарға икенсе һулыш кисерергә, өр-яңы үрҙәр яуларға һәм аныҡ маҡсаттар билдәләргә булышлыҡ итте. Был тәңгәлдә Ейәнсура районында ла дәүләт программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.
– Беҙ тик бер йүнәлеш – малсылыҡ тармағы буйынса ғына махсуслашҡанбыҙ, – тип һөйләй "Импульс" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директоры Хәлим Ҡарағузин. – Бөгөн симменталь тоҡомло 300 баш һыйыр малы бар икән, был сик түгел. Шул уҡ ваҡытта был һанды аҙ тиергә лә ярамай. Һигеҙ һыйыр аҫрағансы һимеҙ һыйыр аҫра тигәндәй, һөт биреү буйынса уларға етеүсе юҡ. Әйткәндәй, һөттө Мәләүез заводына тапшыралар. Әлегә күләм тәүлегенә тонна ярым тирәһе, һыйырҙарҙың быҙаулау осоро тамамланғас, ул ике тоннанан ашасаҡ тип фараз итәләр.
Йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре быйыл матди базаны яңыртҡан. Тана һәм яңы тыуған быҙауҙар өсөн иркен һарайҙар, киңәйтелгән ялан кәртәләр һәм башҡа эштәр – шуға асыҡ миҫал. Тағы ла ике база төҙөлә. Улай ғына ла түгел, бихисап заманса ҡорамалдар алынған. Оло Эйек йылғаһы буйында урынлашҡан хужалыҡты танырлыҡ та түгел. Хәлим Ғәләүетдин улы белдереүенсә, "Сеньор-12" тигән мал аҙығы таратҡыс, өр-яңы һөт һауыу аппараты һәм һөт һыуытыу ҡоролмаһын алыу байтаҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарған. Хәҙер һауынсылар тулы күнәк күтәреп йөрөмәй, күп эштәр автоматлаштырылған. Ысынлап та, был программаның өҫтөнлөктәрен һанап бөтөрөрлөк түгел.
Һөтсөлөккә – өҫтөнлөк"Импульс"та ун ике кеше үҙенә эш тапҡан. Һауынсыларға, малсыларға, механизаторҙарға хеҙмәт өсөн түләү ваҡытында башҡарыла.
"Хәҙерге шарттарҙа ауыл хужалығында ҡаҙаныш яулау өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?" – тигән һорауҙы биргәс, директорҙан бына ниндәй яуап ишеттек:
– Ғүмерем ауыл ерендә үтте, төрлө урында – һөнәрселек училищеһында ла, юл хеҙмәтендә лә тир түктем, – тине хужалыҡ рәйесе. – Ҡыҫҡаһы, ябай эшсенән алып етәксе вазифаһына тиклем күтәрелдем. Баҡтиһәң, ауыл хужалығы тармағы нәҡ минеке икән, йылдар уҙған һайын шуны нығыраҡ аңлайым. Бында үҙемде һыуҙағы балыҡтай хис итәм. Германия, Австрия илдәрендә стажировка үтеү ҙә күп нәмәгә күҙҙе асты, әлбиттә. Тырышһаң, бер урында тапанмаһаң, маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин.


Вернуться назад