Касса аша күсәсәк06.12.2013
Федераль ҡаҙналыҡ менән Рәсәй Пенсия фонды вәкилдәренең кәңәшмәһендә бюджеттан тыш дәүләт фондтары бюджетының үтәлешен ҡаҙналыҡтың территориаль органдары тарафынан касса аша хеҙмәтләндереү мәсьәләләре ҡаралды.

Сарала илдең Пенсия фонды идараһы рәйесе урынбаҫары Наталия Петрова, Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Демидов, Пенсия фондының Башҡортостандағы бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров һәм башҡалар ҡатнашты.
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Фонд бюджеты үтәлеше касса аша хеҙмәтләндереүгә күсә. Бындай сараның төп маҡсаты — аҡсаны берҙәм иҫәптә туплау. Әле әҙерлек саралары тормошҡа ашырыла, технологик процестар тикшерелә. Пенсия фондының республика бүлексәһе бөгөн 1 миллион 101 мең пенсионерҙы, страховкаланған 4,7 миллион кешене, әсәлек капиталы алған 169 мең ҡатын-ҡыҙҙы хеҙмәтләндерә. Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, бүлексәнең айлыҡ сығымы 12,5 миллиард һум тәшкил итә.


Вернуться назад