"ДорХан" Өфөлә04.12.2013
"РусГидро" ҡатнашлығында төҙөләсәк Башҡортостандағы индустриаль парк тағы бер инвестор менән хеҙмәттәшлек итәсәк.
Республикалағы "РусГидро"ның берҙәм предприятиеһы менән "ДорХан-Өфө" хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
"ДорХан" – һуңғы йылдарҙа туҡтауһыҙ үҫешкән, халыҡ-ара кимәлдә уңышлы эшләгән компаниялар төркөмө. Бөгөн уның Рәсәйҙә, Ҡытайҙа, Чехияла биш заводы, 30-ҙан ашыу етештереү-келәт комплексы һәм 6500 дилер компанияһы бар. Уларҙа йәмғеһе 3,5 мең кеше эш урыны тапҡан. Хәҙер "ДорХан" республикалағы индустриаль парк биләмәһендә төрлө йүнәлештә эшләгән етештереү комплексы төҙөйәсәк, дөйөм инвестициялар күләме 350 миллион һум тәшкил итәсәк. Был яңы комплекс тәүҙәрәк 40 — 50 кешегә эш урыны булдырһа, һуңынан эшселәр һаны 120 кешегә етәсәк. Компания вәкиле әйтеүенсә, уртаса хеҙмәт хаҡы 35 мең һум самаһы буласаҡ.
– Республика етәкселеге төбәктә инвесторҙар һөҙөмтәле эшләһен өсөн бик уңайлы шарттар тыуҙырған. Бөгөн был индустриаль парктың әҙерлек кимәле – 65 процент тирәһе. Әйткәндәй, ул бөтә экология нормаларына ла тулыһынса яуап бирә, – тип белдерҙе "РусГидро" етәкселеге.