Мостафиндарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығына төш мәлендә аяҡ баҫтыҡ. Иртәнге һауымдан һуң ялан кәртәгә сығарылған һыйырҙарҙың сағыу ҡояшҡа ирәйеп ашаған сағы ине. Фотохәбәрсебеҙ шунда уҡ һирәк осрай торған тоҡомлоларын барлай башланы.
— Ундайҙары күп түгел, әммә башҡалары ла һөт биреүҙә ҡалышмай, — тип малҡайҙарына һүҙ тейҙермәне Фәнис Мостафин.
Был ғаиләнең крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырыуына ғәжәпләнергә лә мөмкин, шул уҡ ваҡытта аптырарға ла түгел кеүек. Фәнис Миңлеғәли улы һөнәре буйынса агроном. Ата-әсәһе ғүмере буйы малсылыҡта эшләгән. Хатта Мәшрүфә Закир ҡыҙы – районда һәр һыйырҙан 3 мең килограмм һөт һауып алған тәүге һауынсы, хеҙмәте орден менән баһаланған. Ә бына хужабикә Гөлнур Рәдис ҡыҙының иһә 28 йыл тәрбиәсе булып эшләгәндән һуң мал бағырға йөрьәт итеүе, ысынлап та, аптырарлыҡ. Улдары ла әсәһе юлынан китеп, уҡытыусы һөнәренә эйә булған. Әммә былтыр эш башлаусы фермерҙарға ярҙам күрһәтеү программаһы буйынса грант алғас, ҡатыны менән крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләргә ҡушыла.
— Үҙебеҙҙе төрлө өлкәлә һынап ҡараныҡ, тиһәк тә була. Тәүәккәлләргә заман мәжбүр итә тип иҫәпләйем. Мал-тыуар аҫрауға ғаилә ҡорғас уҡ тотондоҡ. Туйға төшкән аҡсаға Фәнис, тәүҙә малыбыҙ булһын тип, быҙау алып ҡайтҡайны. Ә атай-әсәйебеҙ һыйыр бирҙе, шунан алып өҙөлмәнек тә инде. Әле һөт етештереү буйынса махсуслашырға ҡарар иттек. Еңел түгел, әлбиттә. Быйыл элекке хужалыҡтан ҡалған аҙбарҙы ипкә килтерҙек, һыу өсөн ҡойо ҡаҙыттыҡ. Мал аҙығы әҙерләүҙе улыбыҙ атҡарҙы. Грант аҡсаһына тағы 12 һыйыр һатып алдыҡ, хәҙер 50 башҡа еткерҙек. Үҙебеҙҙән тыш, Балыҡлы ауылының дүрт кешеһен эшле лә иттек. Мин тырыш, йүнсел кешеләргә һоҡланып йәшәйем. Эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырмаһаң, теләгең көслө булһа, үҙ көнөңдө үҙең йүнләргә мөмкин тип иҫәпләйем. Хәҙер нимәгә тотонам тиһәң дә, юл асыҡ . Балыҡлы ауылындағы буш торған мал аҙбарын алып, шунда күсенергә теләүебеҙҙе еткергәйнек, район хакимиәтендә бары хупланылар ғына, — тине Гөлнур Рәдис ҡыҙы.
Шуға иғтибар иттек: Мостафиндар ауыҙынан бер зарланыу һүҙе лә ишетмәнек. Ең һыҙғанып, алға ҡарап, берҙәм эшләй һәм йәшәй был өлгөлө ғаилә.
Квартиры посуточно в Уфе