Тәүге йыл уңышлы03.12.2013
Былтыр сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән Мәскәү банкы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Уға ярашлы, банкка республикалағы социаль-иҡтисади үҫеш программаларын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре бирелде.
Бөгөн ошо документ нигеҙендә Мәскәү банкы Өфөлә арзан торлаҡ төҙөү һәм ҡала электр транспорты буйынса программаларҙы тормошҡа ашыра, баш ҡаланың йылылыҡ селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүсе предприятиеларға ярҙам итә, энергияны һаҡлау өлкәһендәге проекттар өҫтөндә эшләй. Кисә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «Мәскәү банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе – президенты Михаил Кузовлев менән осрашты.
Әңгәмәлә Башҡортостан Хөкүмәте менән Мәскәү банкының беренсе йылдағы хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәләре ҡаралды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороу, коммуналь инфраструктура, капиталь ремонт кеүек мәсьәләләр күтәрелде.
Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауҙың яңы системаһына ҡағылышлы төбәк операторы менән Мәскәү банкының мөмкинлектәре тураһында ла һөйләшеү булды. Банк капиталь ремонт эшләүҙә ҡатнашыусылар – төбәк операторы менән дә, торлаҡ милекселәре менән дә эшләүҙең һәм капиталь ремонтты атҡарыусыларҙы финанслауҙың комплекслы программаһын уйлап сығарған. Был тәҡдим илдең күп кенә төбәктәрендә уңышлы тормошҡа ашырыла. Баҙарҙа ҡатнашыусылар фекеренсә, Мәскәү банкы тәҡдиме капиталь ремонттың төп нигеҙен тәшкил иткән аҡса менән эшләү шарттарын үтә күренмәле һәм аңлайышлы итә. Был иһә банкка ҡарата халыҡтың ышанысын арттыра.
Мәскәү банкының Өфөлә лә филиалы бар. Финанс хеҙмәттәре баҙарында ете йыл эшләп, ул бөтәһе өсөн дә үҙен ышаныслы финанс партнеры булараҡ иҫбатланы.