Халыҡ кәсептәренә иғтибар арта03.12.2013
Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың “Рәсәй халыҡ художество кәсептәре” ассоциацияһы идараһы рәйесе Геннадий Дрожжин менән осрашыуында тикшерелгән төп мәсьәләләр республикалағы халыҡ кәсептәренең хәле, үҫеш перспективалары булды.
Геннадий Дрожжиндың фекеренсә, бөгөн системалы дәүләт ярҙамы ғына тармаҡты ҡотҡара ала. Әле Башҡортостанда ошондай эш башҡарылыуын ул ҙур ҡәнәғәтлек менән билдәләне.
— Әйтеүҙәренсә, республикала халыҡ кәсептәре мәсьәләләрен Президент Хакимиәте көйләй. Был бик яҡшы. Минеңсә, ошо тәжрибәне бөтә илдә таратырға кәрәк. Ярҙам өсөн ҙур рәхмәт, — тине Геннадий Дрожжин.
Артабан ул 20 йылдан ашыу эш иткән ассоциация тураһында һөйләне.
Рөстәм Хәмитов халыҡ кәсептәренә ҙур иғтибар бирелеүен, республика коллективтарының “Ладья”, “Сәмреғош” кеүек күргәҙмә-йәрминкә сараларында әүҙем ҡатнашыуын һәм ошо практиканың артабан да дауам итеүен, художество кәсептәре тураһындағы Башҡортостан законының камиллаштырылыуын билдәләне. Геннадий Дрожжин Дәүләт Советы Президиумының халыҡ кәсептәрен үҫтереү мәсьәләһенә арналған ултырышын үткәрергә тәҡдим итте. Башҡортостан Президенты уны хупланы һәм, Президиум составына ингәнгә күрә, ошо тема буйынса сығыш яһарға теләк белдерҙе.