Йомортҡаға хаҡ арттырыу нигеҙһеҙ03.12.2013
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт белгестәре шулай тип иҫәпләй
Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, йыл башынан алып республикала аҙыҡ-түлеккә ҡулланыусылар хаҡы индексы 103,6 процент тәшкил иткән. Төбәктә һөткә һәм һөт ризыҡтарына хаҡтар һиҙелерлек (10,6 процентҡа) артты, сыр – 11,4, аҡ май – 14,1, шәкәр 14,9 процентҡа ҡиммәтләнде. Шулай уҡ бойҙай онона һәм икмәк ризыҡтарына хаҡтар – 9,7 – 11,1, һоло, арпа, манный, тары ярмаларына, дөгөгә 7,6 – 16 процентҡа күтәрелде.
Шулай ҙа ҡайһы бер аҙыҡ-түлек төрҙәре арзанайҙы. Ит һәм ҡош итенә хаҡтар – 3 процентҡа, йәшелсәгә (помидор, ҡыяр – ике тапҡырға тиерлек, кәбеҫтә – 23,3, кишер – 6,5 процентҡа), емеш-еләккә (виноград – 26,4, банан – 14 процентҡа) кәмене.
Халыҡты иң аптыратҡаны – йомортҡаға хаҡтың ҡапыл күтәрелеүе. Сентябрҙә бер тиҫтәһе уртаса 36,82 һум торһа, октябрь айында хаҡы 48,84 һумға тиклем артты. 5 ноябргә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, бер тиҫтәһе уртаса 50,1 һумға һатылды. Ошоға бәйле Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы ҡайһы бер хужалыҡ субъекттарына ҡарата монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу билдәләре буйынса эш ҡуҙғатырға ниәтләй. Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, «аҙыҡ-түлек баҙарында ҡатнашыусылар менән тәҡдим ителгән мәғлүмәтте тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы йомортҡаға хаҡты арттырыуҙың нигеҙһеҙ булыуын билдәләне».
Ноябрь халыҡты тағы бер «күстәнәс» менән «ҡыуандырҙы»: маршрут автобустарында йөрөү хаҡы йәнә күтәрелде. «Башавтотранс»тың ҡала автобустарында юл йөрөү өс һумға ҡиммәтләнде: хәҙер билет хаҡы транспорт картаһы буйынса – 15, ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 18 һум тәшкил итә. Шәхси эшҡыуарҙар ҙа бындай үҙгәрешкә тиҙ яуап бирҙе: «ПАЗ»-дарҙа йөрөү 20 һум торһа, «ГАЗель» – 25 һум.
2014 йылда тотош илдә бензинға хаҡ уртаса 10 процентҡа артасаҡ. Рәсәй Нефть сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль һүҙҙәренсә, яңы йылда 92-се маркалы бензиндың бер литры – 35-36, 95-се маркалыныҡы – 37-38, 98-се маркалы иһә яҡынса 40 һум тороуы ихтимал. Бындай хәл донъя баҙарында нефткә хаҡтарға һәм һалымдарға бәйле. Әйткәндәй, быйыл туғыҙ айҙа бензинға хаҡ – 5,5, дизель яғыулығына 1 процентҡа артҡайны.
Тик туристик сәйәхәткә сығырға теләүселәр өсөн генә ҡыуаныслы хәбәр бар: Төркиәлә һәм Испанияла ял итеү хаҡтары шул тәртиптә 9,2 һәм 13,9 процентҡа кәмегән, уның ҡарауы, Францияға йә Финляндияға экскурсияға барып ҡайтыу 5,3 һәм 6,4 процентҡа ҡиммәтләнгән. Төркиәне барып күрмәгәндәр сумаҙанын әҙерләһә лә була, улайһа.