“Древпром”: халыҡ алдана башланы03.12.2013
Шикле эшмәкәрлек алып барған “Древпром” финанс компанияһы тураһында октябрь айында уҡ яҙып сыҡҡайныҡ инде. Маҡсатыбыҙ бер ҡатлы кешеләрҙе иҫкәртеү ине. Яңылышмағанбыҙ — халыҡ зыян күрә лә башланы.
Интернеттағы ошо хаҡтағы имеш-мимештәргә ҡолаҡ һалмағанда ла, юғары вазифа биләгән ҙур банк етәкселәре һүҙенә ышанырға тура килә. Уҙған аҙнала Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина үткәргән кәңәшмәлә һөйләшеү ошо хаҡта барҙы. Бындай мутлашыу айырыуса Башҡортостан менән Татарстанда, Ырымбур, Ульяновск өлкәләрендә киң йәйелдерелгән, тинеләр. “ВТБ 24” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Михаил Задорнов илдең эске эштәр министры Владимир Колокольцевты киҫкен мәсьәлә менән нығыраҡ шөғөлләнергә саҡырһа, “Пробизнесбанк”тың вице-президенты Сергей Летунов етәкселек исеменән Үҙәк банкка һәм Федераль именлек хеҙмәтенә хат тапшырҙы. Унда “Древпром”дың шикле эшмәкәрлеге арҡаһында элекке намыҫлы клиенттарҙың да бурысы барлыҡҡа килеүен, банк уларҙан ваҡытында индерелмәгән түләмде талап итергә мәжбүр булыуы хаҡында әйтелә.
Ысынлап та, был компания билдәле бер хаҡҡа кредитығыҙҙы ҡапларға вәғәҙә бирһә лә, банк менән килешеү һеҙҙең исемдә ҡала. Тимәк, “Древпром” хеҙмәткәрҙәре сираттағы иғәнәне ваҡытында түләмәһә, һеҙ ышанысһыҙ кешеләр исемлегенә инәһегеҙ, кредит тарихығыҙ бысрана, киләсәктә бурысҡа ала алмауығыҙ ҙа ихтимал.
Эльвира Нәбиуллина был мөрәжәғәттәрҙе контролдә тотасағын белдерҙе. Әммә халыҡтың үҙенә лә уяу һәм һаҡ булыу ҡамасауламаҫ. Кем әйтмешләй, бушлай сыр ҡапҡанда ғына була.