«Ҙур үҫеш бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бәйле»03.12.2013
«Ҙур үҫеш бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бәйле»Стәрлетамаҡта «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» III республика форум-күргәҙмәһе булды. Унда Башҡортостан етәкселеге вәкилдәре, сит төбәктәрҙән ҡунаҡтар һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Йыйындың өсөнсө йыл рәттән нәҡ әлеге ҡалала ойошторолоуы осраҡлы түгел – бында бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса өлгө алырлыҡ күренештәр байтаҡ.

Мәҫәлән, быйыл Стәрлетамаҡ Рәсәйҙең 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалалары араһында төҙөклөгө йәһәтенән беренсе урынды алды. Бындай уңышҡа стәрлетамаҡтар инде бер нисә тапҡыр өлгәшә. Әйтергә кәрәк, бында ҡала эшҡыуарҙарының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Улар Стәрлетамаҡ урамдарының таҙа һәм матур булыуына шаҡтай өлөш индерә: техника бүлһендәрме, аҡсалата ярҙаммы – һәммәһен дә тырыштыралар. Иң мөһиме – «ярҙам итешеү» үҙенә күрә бер диалогка әйләнгән: кәрәк икән, йүнсел ҡурҡып тормай, урындағы власть органдарының ишеген шаҡый. Ғөмүмән, берҙәмлек хакимлыҡ итә. Нисек кенә булмаһын, бәләкәй эшҡыуарлыҡтан тыш ҡала үҫешен күҙ алдына ла килтереп булмай.
– Ҙур бизнес проекттары – ҡала йәки район тормошона, ғәҙәттә, шаҡтай йоғонто яһарлыҡ күренеш. Әммә уларҙы тормошҡа ашырыу юлында тәүге этапты үтер өсөн дә биш-алты йыл кәрәк. Сөнки, билдәле, бындай ҙур хеҙмәт башҡарыу ниндәйҙер кимәлдә сығымдар, ҡағыҙ эше һәм башҡа мәшәҡәт талап итә. Шул уҡ ваҡытта, иҡтисади үҫеш кесе бизнесҡа ла ныҡ бәйле. Эш урындарын арттырыу муниципалитетты төҙөкләндереү, башҡа социаль күренештәр – барыһы ла йүнселлеккә барып төртөлә. Шуның өсөн дә республикала төрлө кимәлдәге власть органдары бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса бар көсөн һалып эшләргә тейеш, — тип билдәләне Президент Рөстәм Хәмитов форумдың пленар ултырышында.
Тик… ысынбарлыҡта киреһенсә килеп сыға. Был әлеге лә баяғы чиновниктарға бәйле. Күп бизнесмендар түрәләрҙе эшенә аяҡ салыуҙа ғәйепләй. Йыш ҡына, үкенескә ҡаршы, улар хаҡлы булып сыға.
Бер ҡараһаң, республика Хөкүмәте тарафынан йүнселлекте үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡарылған һымаҡ. Эшҡыуарҙың хәлен еңеләйтеүсе программалар ҙа бихисап. Ләкин фармандар ҙа, программалар ҙа урындарға барып етмәй төҫлө.
Был йәһәттән Рөстәм Зәки улы:
— Әлбиттә, сәбәптәр күп. Шулай ҙа тәү сиратта эшҡыуарлыҡтың хәҙерге тормоштан айырылғыһыҙ икәненә, әлеге тармаҡтың үҫешебеҙгә ҙур һәм ыңғай йоғонто яһауына тейешенсә иғтибар ителмәй. Йүнселдәр көрсөк кисергәндә, бөлгөнлөккә яҡынлашҡанда урындағы властарҙың ярҙамына мохтаж. Был ваҡытта улар, һис шикһеҙ, диалогка килергә, мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә тейеш, — тип билдәләне.
Әлеге форумда, иҡтисади үҫеште күҙаллаған мәсьәләләр менән бер рәттән, социаль күренештәр хаҡында ла һүҙ алып барылды. Мәҫәлән, «Нисек итеп эшҡыуарлыҡ ярҙамында балалар баҡсаһына сиратты кәметергә?» тип кәңәшләште форумға йыйылыусылар. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығына бәйле йүнселлекте үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә күтәрелде.


Азат КАМАЛЕТДИНОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының хакимиәт башлығы урынбаҫары:
– Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө эшҡыуарлыҡ өсөн төп кәртәләрҙең береһе – белгестәр етешмәүе. Үҙ эшен башлап ебәрергә теләүселәр бихисап, әммә күптәре нисек тотонорға белмәй. Шуға ла тәү сиратта бизнес институтын күтәрергә кәрәктер, тип уйлайым.
Шуныһы ҡыуаныслы: кесе эшҡыуарҙар социаль өлкәгә ҡағылышлы проекттарҙы йыш тәҡдим итә хәҙер. Улар, тәү сиратта, ябай халыҡтың йәшәйешенә, көнкүрешенә бәйле.

Ришат СӘЛИМОВ, шәхси эшҡыуар:
— Әлеге сараларҙың үтеүе йүнселлек кенә түгел, ғөмүмән, кесе ҡалаларҙың иҡтисади һәм социаль үҫеше өсөн әһәмиәтле, тип уйлайым. Бындай форумдарҙа яңы ҡаҙаныштарға нигеҙ һалына, эшҡыуарҙар алдындағы киҫкен проблемалар күтәрелә.
Әлбиттә, бизнес өлкәһендә сетерекле мәсьәләләр етерлек. Хоҡуҡ яғынан да, һалым буйынса ла Рәсәйҙәге йүнселлеккә камиллаштырырға ла камиллашырға әле. Ниндәйҙер кимәлдә аңлайышлы сәйәсәт алып барылған саҡта ғына хәлдәр яҡшырасаҡ.
Был йәһәттән республикала, шул иҫәптән Стәрлетамаҡта күптәргә өйрәнерлек һәм үҙ эшмәкәрлегендә ҡулланырлыҡ күренештәр байтаҡ – шуныһына шатланам һәм ғорурланам.
Посуточно Уфа


Вернуться назад