Ҡышҡа әҙербеҙ30.11.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктәрҙең ҡышҡа әҙерлеге буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Сараны видеоконференция режимында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Быйыл ил буйынса 2,5 миллиард квадрат метрлыҡ торлаҡты ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә кәрәк ине. “Дөйөм алғанда, ҡуйылған маҡсатҡа ирештек тиергә була. Шулай ҙа Тыва, Бүрәт, Коми Республикаларында, Тверь һәм Калининград өлкәләрендә ҡуйылған план тулыһынса үтәлмәне. Был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәк”, – тине Хөкүмәт Рәйесе.
Әйткәндәй, Башҡортостан ҡышҡа юғары кимәлдә әҙерләнгән Рәсәй төбәктәре араһында дүртенсе урында килә. Рейтингты Рәсәйҙең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш министрлығы төҙөгән.