Республикабыҙ халыҡ-ара кимәлдә үҙенең абруйын үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барасаҡ. Был турала Хөкүмәт Президиумының ошо мәсьәләгә арналған ултырышында билдәле булды.
Башҡортостандың абруйын үҫтереү буйынса концепция проекты әҙер, ул тап ошо ултырышта раҫланды ла инде. Был документ халыҡ-ара кимәлдә республиканы яҡшыраҡ танытырға, күптәрҙе беҙҙең менән хеҙмәттәшлеккә ынтылыуға этәрергә тейеш.
– Донъяға Башҡортостанды заманса иҡтисады булған, сифатлы тауарҙар етештереүсе, инвестицияларға һәм хеҙмәттәшлеккә һәр ваҡыт әҙер, уңышлы төбәк итеп күрһәтергә теләйбеҙ, – тине Президент. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, иҡтисадтағы тотороҡлолоҡ, инвесторҙарға "йәшел ут", ғәҙел һәм асыҡ сәйәсәт был эштә беҙгә төп ярҙамсы булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта республика халҡы ла үҙенең көнкүрешенең көндән-көн яҡшыра барыуын тойһон ине: әгәр кешеләр Башҡортостанда йәшәүе менән ғорурлана икән, был иң дөрөҫ күрһәткес буласаҡ.
Концепцияның проектын әҙерләгән Территориаль үҫеш буйынса агентлыҡ етәксеһе Александр Васильев әйтеүенсә, бөгөн йыш ҡына уңыштарыбыҙға үҙебеҙ генә һөйөнәбеҙ, уларҙы башҡаларға ла күрһәтергә өйрәнергә кәрәк.
Элегерәк беҙҙе, нигеҙҙә, нефть сығарыусы һәм эшкәртеүсе төбәк булараҡ белһәләр, бөгөн иһә инвесторҙарҙы әүҙем йәлеп итеүсе, иҡтисадты үҫтереү өсөн яңы аҙымдарға барыусы, яңырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған республика икәнлегебеҙҙе ил кимәлендә танытып өлгөрҙөк. Рейтинг агентлыҡтарының иҡтисади хәлебеҙҙе ыңғай баһалауы, "Форбс" журналының Өфөнө бизнес алып барыу өсөн иң уңайлы ҡалалар рәтенә индереүе лә ошоно раҫлай.
Марат БӘХТЕЙӘРОВ, Белорет районы:
– Һәр кеше ауылдаштары, күрше-тирә алдында үҙ йортон матурыраҡ итеп күрһәткеһе килә, үҙе тураһында яҡшы фекерҙә булыуҙарын теләй. Республика хаҡында ла һүҙ йөрөткәндә, ошондай сағыштырыу урынлы булыр. Әммә абруйҙы үҫтереү ҙур көс талап итә. Берҙәм, көслө команда менән генә бындай эште атҡарып сығыу мөмкин.
Илдус ВӘЛИТОВ, Учалы ҡалаһы:
– Баҡырҙы күпме маҡтаһаң да, алтынға әйләнмәй тиһәләр ҙә, мин был башланғысты хуплайым. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап йәшәү еткәндер. Беҙҙе Европала ла, Азияла ла, Америкала ла белергә тейештәр. Республика етәкселегенең был йәһәттән ең һыҙғанып эшкә тотоноуы миңә оҡшай.