Беҙҙән – каучук, һеҙҙән – дарыу30.11.2013
– Германия менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек нығына. Республикаға немец делегацияһы, эшлекле даирә вәкилдәре йыш килә. Апрелдә Германияның Рәсәйҙәге илсеһе Ульрих Бранденбург менән осрашҡайныҡ, үткән аҙнала “Сименс”, “Эберспехер” компаниялары менән һөйләшеү булды, – тине республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Германия Федератив Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Андреас Классен менән осрашыуҙа.
Рөстәм Зәки улы шулай уҡ Өфөлә виза үҙәге асылыуына ыңғай ҡарашта булыуын, был беҙҙең граждандарҙың виза алыу мәшәҡәтен күпкә кәметәсәген белдерҙе.
Бөгөн Башҡортостанда немец капиталы ҡатнашлығында компаниялар эшләй, берлектәге предприятиелар бар. Быйыл туғыҙ айҙа тышҡы сауҙа әйләнеше 166 миллион доллар тәшкил итә, шул иҫәптән экспорт –15 миллион, импорт – 151 миллион доллар. Экспорттың төп өлөшө химия тауарҙарына, каучук, алюмин, ҡара металға тура килә. Германиянан беҙгә машиналар, ҡорамалдар, дарыу һәм башҡа тауар килә.
Һуңынан Андреас Классен журналистар алдында үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Беҙҙең фекерҙәр тап килде. Иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар. Был юҫыҡта ике яҡ та үҙ өлөшөн индерәсәк, – тине ул.