Башҡортостанға — юғары баһа26.11.2013
Республикабыҙ төбәк финанстарына идара итеү сифаты юғары булған биләмәләр иҫәбенә инде. Был хаҡта Рәсәйҙең Финанс министрлығында хәбәр иттеләр.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан тыш был исемлеккә тағы ла 22 төбәк инде. Республикабыҙ, 2011 йыл менән сағыштырғанда, күрһәткестәрен ярайһы уҡ яҡшыртҡан.
Рәсәйҙең Финанс министрлығы бындай мониторингты алты йүнәлеш буйынса үткәрә. Улар иҫәбенә бюджетты планлаштырыу, ҡаҙнаның үтәлеше, бурыс йөкләмәләренә, дәүләт милкенә идара итеү, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сифаты, шулай уҡ муниципаль берәмектәр менән финанс мөнәсәбәте, бюджет процесының асыҡлыҡ дәрәжәһе инә.


Вернуться назад