Яңы ойошма төҙөлдө22.11.2013
Республикабыҙҙа коммерцияға ҡарамаған ойошма — "Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы" фонды — эшләй башланы. Ул Хөкүмәттең "Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте ваҡытында капиталь ремонтлауҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыусы коммерцияға ҡарамаған махсус ойошма төҙөү тураһында"ғы ҡарарына ярашлы ойошторолдо.

Был хеҙмәт халыҡтың иғәнәһенә, бюджет аҡсаһына һөҙөмтәле идара итеү иҫәбенә капиталь төҙөкләндереүҙе тиҙләтеүҙе күҙ уңында тота.
Фондта әйтеүҙәренсә, күп фатирлы йорт хужалары йыл аҙағына тиклем капиталь ремонтҡа аҡса йыйыу алымын билдәләргә тейеш. Уны махсус иҫәптә тупларға, шулай уҡ үҙәкләштерелгән системаға инеп, төбәк операторына күсерергә мөмкин. Иғәнәне фонд маҡсатҡа ярашлы ғына файҙалана ала.
Аҡса күләме айына яҡынса торлаҡ майҙанының һәр квадрат метрына биш һум тәшкил итәсәк.


Вернуться назад