Инвесторҙарға ташлама яһала20.11.2013
Башҡортостан Хөкүмәте республика парламентына һалым тураһындағы айырым закон акттарына төҙәтмәләр тәҡдим итте.

Яңы проектҡа ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан инвесторҙарға дәүләт ярҙамының өҫтәмә сараларын билдәләү күҙаллана. Ундайҙарға капитал һалыуға талапты кәметеү, табышҡа һалым буйынса түбәнәйтелгән ставка ҡулланыу, ойошмалар мөлкәтенә һалым түләүҙән бушатыу инә.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, ҡануниәттәге был яңылыҡ республиканың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең урта ваҡытлы программаларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Яңы закон проекты инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен, мәшғүллекте һәм урындағы халыҡтың килемен арттырыу, өҫтәмә эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.


Вернуться назад