Һатып алырға ғына түгел20.11.2013
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов “Сименс”тың Рәсәйҙәге һәм Урта Азиялағы президенты, “Сименс АГ” вице-президенты Дитрих Меллер менән осрашты.
Был компанияның Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итеүенә – 160 йыл. Бөгөн илдә уның 3 мең 700 хеҙмәткәре төрлө төбәктәрҙә эш алып бара. Ә Башҡортостанда вәкиллек 2008 йылда булдырыла.
Тәүҙә Дитрих Меллер үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. “Сименс” – бөгөн яғыулыҡ-энергетика, электропоездар, медицина, хәүефһеҙлекте һаҡлау һәм башҡа күп йүнәлештәге тармаҡ өсөн мөһим ҡорамалдар етештергән билдәле компания. Улар яғыулыҡты күп сарыф итмәүе, уңайлы булыуы менән айырыла.
Рөстәм Зәки улы ҡунаҡты иғтибар менән тыңлағас, алда торған пландар, ШОС, БРИКС саммиттары хаҡында һөйләне, үҙенең теләген белдерҙе.
– Республикаға ике яҡ өсөн дә һөҙөмтәле, үҙ-ара файҙалы бәйләнеш кәрәк. Беҙҙе һеҙҙең тауарҙарҙы һатып алыу ғына түгел, ә киләсәктә уларҙың үҙебеҙҙә етештерелеүе лә ҡыҙыҡһындыра. Республика сәнәғәтенә яңы һулыш өрөрҙәй заводтар, инвесторҙар кәрәк. Ошо юҫыҡта ла уйлашайыҡ әле, – тине ул.