Төймәләргә генә дөрөҫ баҫ20.11.2013
Төймәләргә генә дөрөҫ баҫҠарап тороуға, профнастил етештереүҙең бер ҡатмарлығы ла юҡ кеүек. Заманса ҡоролма төрөлгән ҡалайҙы тағатып бара, икенсе яғынан ҡулланыу өсөн әҙер материал килеп тә сыға. Кәрәкле үлсәмдә ҡырҡылған һәм төрлө һырлы профнастилды ике эшсе ике яҡтан тотоп алып, рәтләп һалып тора. Бары ҡоролмалағы төймәләрҙе генә бутамай дөрөҫ баҫ.

Ҡорал эшләй, оҫта маҡтана тигәндәй, төп эште теүәл итеп “аҡыллы” техника атҡара. Әммә “Миәкә төҙөлөш компанияһы” йәмғиәте етәксеһе Салауат Хәлимовҡа ошо етештереүҙе юлға һалғансы байтаҡ тир түгергә тура килгән. Заманса ҡорамалдар һатып алыу һәм яңы бина төҙөү өсөн ике йыл эсендә 30 миллион һум аҡса тотонолған.
Биш кешенән торған коллектив эшен быйыл ғына башлаған. Шуға ҡарамаҫтан, барыһы ла уңышлы бара. Мәҫәлән, туғыҙ айҙа биш миллион һумлыҡ тауар етештергәндәр. Профнастил өсөн ҡалайҙы Магнитогорск һәм Өфө ҡалаларынан һатып алалар.
Төймәләргә генә дөрөҫ баҫ— Тауарыбыҙға ихтыяж ҙур, Миәкә халҡына ла күп кәрәк, күрше-тирә райондарҙан да киләләр. Көнөнә дүрт мең метрҙан ашыу профнастил етештереү ҡеүәтенә эйәбеҙ, — ти Салауат Рәсүл улы.
Әйткәндәй, Миәкә районына эш сәфәре барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов та, уларҙың эшмәкәрлеге менән танышып, ҡәнәғәт ҡалғайны.
Беҙ ҙә профнастил етештереү технологияһын энәһенән ебенә тиклем күҙәткәндән һуң, Ҡырғыҙ-Миәкәнең дә, ошо төбәк ауылдарының да заманса төҫ алыуында “Миәкә төҙөлөш компанияһы” коллективының өлөшө ҙурлығына инандыҡ.

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Илнур Шәрәфетдинов менән Эдуард Ғәлиев; операторҙар Алексей Лотухов менән Илдус Шаһиев.


Вернуться назад