Юғары суд — яңы бинала19.11.2013
Өфөлә Башҡортостан Юғары судының яңы бинаһы асылды. Ул Сочи урамындағы 12-се йортта урынлашҡан.

Дүрт мең квадрат метр майҙанлы комплекста суд ултырышы залдары, президиум, канцелярия бүлмәләре, конвой зонаһы урынлашҡан. Судьяларҙың һәм ярҙамсыларҙың бүлмәләре тейешле компьютер техникаһы, ултырыштар залы — видеоконференция системаһы, холдар мониторҙар менән йыһазландырылған. “Бинала төҙөкләндереү быйыл августа башланғайны. Яңы бина бүлеү зарурлығы ҡануниәттәге үҙгәрешкә бәйле: 2012 йылдың 1 ғинуарынан гражданлыҡ эштәрен апелляциялы ҡарау индерелде. Бер йылдан енәйәт эштәре буйынса ла апелляция башланды. Ошоға бәйле Юғары судтың эшмәкәрлеге әүҙемләште. Әле бында 176 федераль судья эшләй, дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәре һаны ла артты”, — тине Юғары суд рәйесе ярҙамсыһы Елена Макушина.


Вернуться назад