— Саҡ ҡына элгәрерәк килмәнегеҙ, ҡып-ҡыҙыл рауза гөлдәребеҙ ҙә һоҡландырып ҡаршы алыр ине үҙегеҙҙе, — тип ихлас йылмайҙы "Көйөргәҙеһөт" предприятиеһы етәксеһе А. Дьяченко.
Иғтибарыбыҙҙы биләмәгә йүнәлтеүе юҡҡа булмай сыҡты Александр Гавриловичтың. Ысынлап та, бында юлы төшкәндәрҙе рауза гөлдәре лә һөйөндөргәндер, тирә-йүндең йыйнаҡлығы ла шунда уҡ күҙгә ташлана. Бинаға инеү менән йылы мөхитле йортҡа аяҡ баҫҡаныбыҙҙы тойҙоҡ — һәр нәмә үҙ урынында, барыһы ла ялт итеп тора.
"Көйөргәҙеһөт" — алты йыл самаһы элек заман талабы буйынса булдырылған предприятие. Төбәктә йылдан-йыл мал һаны артыу сәбәпле, һөттө үҙҙәрендә эшкәртеү ихтыяжы тыуған. Район хакимиәте етәкселәре тәҡдиме менән, элекке яғыулыҡ ҡаҙанлығы бинаһын үҙгәртеп ҡороп, һөт эшкәртеү предприятиеһы асҡандар. Әле бында тәүлегенә биш тонна һөт һәм һөт ризыҡтары әҙерләнә. Нигеҙҙә Ермолаево, Маяҡ ҡасабалары, Күмертау ҡалаһы халҡын тәьмин итеп торалар. Тауарҙарын сит өлкәләргә лә сығарып һата алырҙар ине, әммә ихтыяж үҙҙәрендә лә ҙур. Магазиндарҙан тыш, көн һайын балалар баҡсаһы һәм мәктәп ашханаларына ла оҙатыла. Беренсенән, һөт ризыҡтарының сифаты шик тыуҙырмай, икенсенән, өҫтөнлөктө һыналған етештереүселәргә генә бирергә ғәҙәтләнгәндәр.
— Беҙгә етештереү күләмен арттырыу кәрәк, әле күләм иҫәбенә үҫеш 117 процент тәшкил итһә, хаҡ буйынса — 6 процент. “Ергән” МТС-ы, Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, һөттө халыҡтан да һатып алабыҙ. Яңы технологиялар уйлап сығарманыҡ, дәүләт стандарты буйынса эшләйбеҙ, өҫтәмәләр ҡушмайбыҙ, тәбиғи тауар етештерәбеҙ, — ти А. Дьяченко.
Йыл һайын 120 процент үҫешкә өлгәшәләр. Былтыр, мәҫәлән, 30 миллион һумлыҡ тауар етештерелгән, быйыл уны 36-37 миллион һумға тиклем еткермәкселәр.
— Предприятиеның уңышлы эшләүе тәү сиратта хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә яуаплы ҡарауына, мөнәсәбәтенә һәм оҫталығына бәйле. Мәҫәлән, бурысын намыҫлы атҡарған смена мастеры Елена Кузнецова, бүлек мөдире Светлана Дьяченко, аппаратсы Наталья Суслова, Лилиә Шәфиева һәм Людмила Клюкова кеүек үҙ эшенең оҫталарына таяна коллектив, — тине Александр Гаврилович, һәр береһенән ҡәнәғәт булыуын белдереп.
ҺҮРӘТТӘ: Лилиә Шәфиева менән Людмила Клюкова.