Әле Башҡортостанда универсаль электрон карта алыуға 12,5 мең ғариза теркәлгән. Ун мең данаһы эшләнеп, шуларҙың дүрт меңдән күберәге граждандарға тапшырылған.
Ошо көндәрҙә картаны республика Президенты Рөстәм Хәмитов та алды, тип хәбәр иттеләр беҙгә “Башҡортостан социаль карталар регистры”нан.
— Универсаль карта, тәү сиратта, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәргә эйә булыу мөмкинлеген бирергә, уларҙы аңлайышлы һәм уңайлы итергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов был йәһәттән. Президент фекеренсә, карталарҙы ҡабул итеү һәм хеҙмәтләндереү инфраструктураһын үҫтереү шарт, сөнки улар киләсәктә яңы быуын электрон паспорт менән эшләүҙе яйға һаласаҡ.
Универсаль карта ярҙамында махсус инфоматтар, gosuslugi.ru һәм pgu.bashkortostan.ru порталдары аша йәки күп йүнәлешле үҙәктәрҙә дәүләт хеҙмәтенән үҙ аллы файҙаланып була. Уны шулай уҡ яңы өлгөләге медицина полисы, мотлаҡ пенсия страховкаһы таныҡлығы, тулы ҡиммәтле банк, транспорт һәм дисконт картаһы сифатында ла ҡулланырға мөмкин.