Билде ҡыҫыбыраҡ быуырға, тештәрҙе “кәштәгә һалырға”15.11.2013
2014 – 2016 йылдарға дәүләт ҡаҙнаһы проектын беренсе уҡыуҙа уҡ Дәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй”ҙән башҡа фракциялар ризаһыҙлыҡ белдерҙе һәм фекерен йәмәғәтселеккә еткерергә ашыҡты.

Фәҡирлеккә терәлдек

– Хөкүмәт проектта нефткә хаҡтарҙы, шуның менән ҡаҙна килемдәрен дә кәметеп күрһәтә, – ти “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы рәйесе С. Миронов. – Беҙ бындай ҡараш менән килешә алмайбыҙ.
КПРФ рәйесе Г. Зюганов иҡтисадҡа һәм ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы күрһәтелмәүгә бәйле ризаһыҙлығын еткерҙе, ЛДПР вәкиле иһә дәүләттең граждандар алдындағы социаль йөкләмәләрен үтәй алыу-алмау проблемаһы тыуыу менән бәйле, демократтар был проект өсөн тауыш бирмәйәсәк, тип ысҡындырҙы. Дөрөҫ, был ҡараштарҙың Думала иҫәпкә алынмауы ла ихтимал, сөнки “Берҙәм Рәсәй” фракцияһының ҡаҙна проектына юл асыу өсөн тауышы былай ҙа етерлек.
Рәсәй граждандарын алда бик ауыр көндәр көтә, тип хәбәр итә “Аргументы недели” аҙналығы. Хөкүмәттең оҙаҡ йылдар алып барған сәйәсәте үткән быуаттың 90-сы йылдары менән сағыштырырлыҡ фәҡирлеккә килтереп терәне, ти аналитиктар. Иҡтисадта һиҙелерлек ыңғай күренештәрҙең тиҫтә йылдан да алда башланмаясағы фаразлана. Дөрөҫ, ҡаҙнала аҡса бар, әммә чиновниктар уны аҡыл менән тотонорға һәләтһеҙлеген тағы бер тапҡыр күрһәтә. Сочиҙағы инвестиция форумында Хөкүмәт рәйесе Д. Медведев илдә эшһеҙлек көсәйеүгә бәйле кешеләргә эш урынын ғына түгел, йәшәү урынын да алмаштырырға тура киләсәк, тип белдерҙе. Ошоноң менән башҡарма власть тулы көсөнә эшләмәгән предприятиеларҙа эш урындарын ҡыҫҡартырға бер кем дә ҡамасауламаясағына ишара яһаны.

Конституцион хоҡуҡ
һәм ысынбарлыҡ

Граждандар башланғыстары комитеты рәйесе А. Кудриндың (ул В. Путиндың элекке хөкүмәтендә финанс министры булды) инде нисәмә ай иҡтисади-финанс көрсөгө менән өркөтөүе ысынбарлыҡҡа әүерелмәксе. Рәсәй властары һәм граждандар өсөн сираттағы һынау, экс-министрҙың фекеренсә, 2008 йылғыһынан күпкә ауыр һәм ҡатмарлы буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сираттағы афәттең билдәләре әле үк һиҙемләнә: 2013 йылда иҡтисад үҫмәне, граждандарҙың социаль хәле ауырлаша, көрсөктөң банк тармағын солғап алыу хәүефе көсәйә һ.б.
Һөҙөмтәлә, “Аргументы недели” фараз итеүенсә, ҡаҙнанан эш хаҡы алыусылар араһында күпләп ҡыҫҡартыу башланыуы ихтимал. Федераль ҡаҙнанан субъекттарға аҡса күсереүҙең кәмеүе менән бәйле күп төбәктәрҙә сығымдар сағыштырғыһыҙ арта. Татарстанда, Пенза һәм Киров өлкәләрендә ул урындағы бюджеттың өстән ике өлөшөн тәшкил итһә, Вологда һәм Рязандә – 90, Мордва Республикаһында хатта 180 процентҡа етә. Федерация субъекттары буйынса дөйөм бурыс октябрь баштарына 1,6 триллион һумға етеп, артыуын дауам итә. Бындай шарттарҙа дауахана һәм мәктәп ҡайғыһы китә – әле Рәсәйҙә 1 миллион уҡытыусы, 700 меңләп табип иҫәпләнә, бер-ике йылдан уларҙың өстән бер өлөшөнөң хеҙмәт биржаларында сиратҡа баҫыуы ихтимал, тигән һығымтаға килә аҙналыҡ. Тимәк, илдә уҡытыусылар төрмәлә ултырғандарҙан да кәмерәк буласаҡ.
“Утро.ру” интернет-гәзитенең хәбәр итеүенсә, рәсәйҙәрҙең түләнмәгән кредиттары 1 октябргә 4,5 процентҡа артып, 422,6 миллиард һумға еткән. Банктарҙың самаһыҙ йомартлығы арҡаһында бөтәһе 9 триллион һум кредит таратылған. Белгестәр фекеренсә, кредит алған 5 миллион кешенең бурыстары менән иҫәпләшергә хәленән килмәйәсәк. Күптәр вице-премьер Ольга Голодецтың: “Пенсия иғәнәләре түләнергә тейешле 80 миллиондан ашыу кешенең 48 миллионы ғына “үтә күренмәле” шарттарҙа эшләй”, – тигән хәбәрен онотмағандыр әле. “Коммерсантъ” гәзитенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2012 йылда рәсәйҙәрҙең һәр бишенсеһе, йәғни 14 миллионы эш хаҡын конверттарҙа алған, һәм был күренештең иҡтисади үҫеш тотҡарланыуы менән бәйле тағы ла көсәйәсәге көтөлә. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, 12 миллион кеше ошолай эшләргә мәжбүр. Үҫмерҙәрҙең (15 – 19 йәшлектәр) яртыһы, йәштәрҙең (20 – 24) һәр дүртенсеһе шулар иҫәбенә инә. Күптәре урта йәки башланғыс белемле. “Һоро” эш хаҡы алыусылар башлыса сауҙала, ауыл хужалығында, төҙөлөштә бил бөгә. Ундайҙар иҫәбе буйынса (3 миллион) Волга буйы федераль округы илдә тәүге урындарҙың береһен биләй.

Уғры чиновник
һәм йәшерен мәғлүмәт

Федерация субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре өсөн семинарҙа Президент В. Путиндың, “кешеләр Рәсәйҙең социаль сәйәсәтенең асыҡлығын, намыҫлы, конкурентлы булыуын көтә” тиеүенә ҡарамаҫтан, “Аргументы недели” хәбәр итеүенсә, дәүләт ҡаҙнаһы проектының дүрттән бер өлөшө төҙәтелеп бөткән. Оборонаға ҡағылған өлөшөнөң яртыһынан күберәге йәшерен мәғлүмәткә әүерелгән. Дәүләт именлегенә бәйле сығымдарҙың 99 проценты “йәшерен” тамғаһы аша үтә. Ғөмүмән, дәүләт бюджетының һәр өсөнсө һумы оборонаға һәм дәүләт именлеген һаҡлауға сарыф ителә. Мәҫәлән, киләһе өс йылда 9,7 триллион һумдың ниндәй маҡсатта тотонолорон һалым түләүселәргә бер кем дә еткермәйәсәк. Ҡаҙна сығымдарын хәрби тәғәйенләнештә сарыф итеү буйынса (быйыл – 2,3 триллион һум) Рәсәй АҠШ (550 миллиард доллар) менән Ҡытайҙан (114 миллиард) ғына ҡалыша.
Федераль именлек хеҙмәтендә 80 – 200 меңләп, Тышҡы разведкала 5 – 15 меңләп, Федераль һаҡ хеҙмәтендә 10 – 30 меңгә саҡлы кеше хеҙмәт итә, тип дауам итә аҙналыҡ, һәм уларға күпме сығым киткәнен иң юғары вазифаларҙан башҡа бер кем дә белмәй. “Йәшерен” тамғаһы шулай уҡ дәүләт аппаратына, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, физкультура һәм спорт сығымдарының ундан бер өлөшөнә лә һуғылған. Иҡтисади сәйәсәт институты мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы өс йылда дәүләт ҡаҙнаһының йәшерен өлөшө 1,5 тапҡырға артҡан. Алдағы өс йылда ла ҡаҙна сығымдарының алтынан бер өлөшө ҡайҙа йүнәлтеләсәге һалым түләүсенән йәшерелә.
“Аргументы недели”ҙың хәбәренә ҡарағанда, йәшерен мәғлүмәт иҫәбенә ил етәкселәренең һаулығы, халыҡ һаны, ауыл хужалығы тураһындағылары ла инеп киткән. Разведкаланған нефть, газ һәм ҡиммәтле металл ятҡылыҡтары әле лә йәшерелә. Дәүләттең амбулатор ярҙамға сығымдарының – 3, төбәктәргә дотацияларҙың – 0,3, социаль тәьминәттең 0,24 процентына ла “йәшерен” тамғаһы ҡуйылған. Иҡтисад өлкәһендә тикшеренеүҙәргә күпме аҡса тотоноласағын да һалым түләүсенең белергә хоҡуғы юҡ икән. “Йәшерен” тамғаһы ҡуйып, бюрократтар үҙенә эш хаҡын арттыра, сөнки “айырыуса йәшерен” мәғлүмәттәр менән эшләгән өсөн уларға 25 процент өҫтәп түләнә, тигән һығымта яһай гәзит. Ҡайҙа бында логика: һалым түләүсе граждандарҙың хәләл аҡсаһын ошолай тотоноу өсөн ниндәй дәрәжәлә һөмһөҙ булыу кәрәк?!

Бәлә хаҡын бүлешеү мотлаҡ

Ысынлап та, нефть долларҙары мул яуған мәлдәрҙә киләсәк өсөн әллә ни борсолоп бармаған юғары власть даирәләре Халыҡ-ара валюта фонды кеүек ойошмаларҙың даими иҫкәртеүе аҫтында ватан иҡтисадын һаҡлап ҡалыу, бәлки, үҫтереү саралары тураһында баш ватырға мәжбүр. Мәҫәлән, фонд инде нисәмә тапҡыр Рәсәй властарына “нефть энәһе”нән арынып, кисектергеһеҙ реформалар үткәрергә тәҡдим итә: хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә, инвестиция климатын сәләмәтләндерергә, идара итеүҙе камиллаштырып, уның “үтә күренмәле”леген арттырырға.
“Коммерсантъ” гәзите хәбәр итеүенсә, вице-премьер Игорь Шуваловтың вәкәләттәрҙең бер өлөшөн Федерация субъекттарына һәм урындағы үҙидара органдарына биреү тураһындағы хәбәре ошоғаса барлыҡ власты ҡармап тотҡан, бер ҙә унан баш тартырға теләмәгән Мәскәүҙең һуңғы йылдарҙа үтә насарайған хәл-күренештәр өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән төшөрөргә маташыуын аңлата. Әйткәндәй, ошо турала һүҙҙе сентябрҙә Д. Медведев үҙе башлап ҡуйғайны. Күренеүенсә, ауыр мәлдә Үҙәк ошолай үҙ йоғонтоһон, самалы абруйын һаҡлап ҡалырға ынтыла. Үрҙә телгә алынған А. Кудрин барыһын да уҙҙырып, быны Президент менән Хөкүмәтте генә ғәйепләмәһендәр өсөн эшләргә кәрәк, тип ебәрҙе. Экс-министрҙың фекеренсә, төбәктәрҙә федераль чиновниктарҙы кәметеү мотлаҡ.
Шувалов муниципалитеттарҙың ҡаҙнаһы бушлығын, был кимәлдә властың ойошоп етмәгәнләгән танырға мәжбүр. Өҫтәүенә, Ватан киңлектәрендә иҡтисад азатлығы ла юҡ, һәм быларҙың бөтәһе лә – власть даирәләренең, иң элек федераль кимәлдәгеһенең, һуңғы егерме йыллыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе.
Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, Мәскәү менән вәкәләттәрҙе бүлешеү мәсьәләһен милли республикалар етәкселәре түгел, ә Үҙәк Рәсәй өлкәләре башлыҡтары әүҙем күтәрә. Мәҫәлән, Алексей Гордеев (Воронеж), Владимир Груздев (Тула), Анатолий Артамонов (Калуга) һәм Сергей Морозов (Ульяновск) был турала үҙ фекерҙәрен уртаҡлашырға ла өлгөрҙө. “Программаларҙы үтәү өсөн, – ти Морозов, – Үҙәккә һалымдарҙың яртыһы менән бүлешергә тура киләсәк”. Дөрөҫ, был идея өр-яңы түгел, ул быйыл йәй башында Красноярск ҡалаһында үткән иҡтисади форумда Себер сәйәсмәндәре тарафынан күтәрелгәйне инде.
Д. Медведев фаразлауынса, 2020 йылға саҡлы иҡтисадта һынылыш көтөлмәй, һәм уға өлгәшеү өсөн хөкүмәттең тейешле сәйәсәте лә юҡ. Юғары иҡтисад мәктәбенең социаль сәйәсәт институты директоры Сергей Смирнов фекеренсә, аҡса бар, тик яңы технологиялар ижад итергә, уға әҙерлекле кешеләр табырға кәрәк. Ғалим Көньяҡ Корея, Сингапур, Гонконг һәм Тайванде миҫалға килтерә. Был илдәргә иҡтисадты яңы нигеҙҙә үҫтереү өсөн 30 йылдан ашыу ваҡыт кәрәк була. “Кәрәк”. Был һүҙҙе ҡабатлаусылар самаһыҙ күп, тик ғәмәлгә ашырыуға тотоноусы ғына күренмәй.


Вернуться назад