“Боинг“ етәкселеге ҡыҙыҡһына15.11.2013
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Боинг“ компанияһының Рәсәй һәм БДБ буйынса президенты Сергей Кравченко менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда авиатөҙөлөш өлкәһендәге хеҙмәттәшлек, республика предприятиеларын компанияның сервис хеҙмәте күрһәтеү үҙәктәрен ойоштороуға йәлеп итеү мөмкинлеге тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Авиация-техник етештереү хаҡында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов республиканың ярайһы уҡ ҙур мөмкинлектәргә эйә булыуын билдәләне.
— Авиация двигателдәре буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләйбеҙ. Был йәһәттән Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡасандыр үҙем дә ошо предприятиела эш башланым, уны яҡшы беләм. Һуңғы өс йылда берекмәлә етештереү күләме икеләтә артты. “Су”, шулай уҡ “МиГ” двигателдәре Өфө заводында эшләнә, — тине Президент. — Икенсе йүнәлеш — вертолеттар. Күмертау авиация берекмәһендә “Камов” вертолеттары сығарыла. Донъяла бындай машиналарҙы башҡа берәү ҙә етештермәйҙер, моғайын. Авиация ундай схемаларҙан баш тарта башланы. Әлегә предприятиеның яҙмышы ниндәй булырын әйтә алмайбыҙ, шулай ҙа урынды һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Күмертауҙағы 50 мең кешенең биш меңе ошо предприятиела мәшғүл. Ул — ҡаланы тотоп торған ойошма.
Республика башлығы Башҡортостан милкендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортының эшмәкәрлегенә лә туҡталды. Сергей Кравченко, үҙ сиратында, “Боинг” компанияһының инженерлыҡ үҙәге хаҡында һөйләне, предприятиела 1 250 инженер эшләүен, улар иҫәбендә Өфөләге авиация университетын тамамлағандар ҙа булыуын, конструкторлыҡ бюроһында самолеттар проектланыуын билдәләне. Компания президенты авиация двигателдәрен эшләү йолаһын һаҡлап ҡалған өсөн рәхмәт әйтте һәм киләһе сәфәрендә Өфө авиация университетына барыу теләген белдерҙе.


Вернуться назад