Көҙ йомарт та... баҙар ҡырыҫ шул!15.11.2013
Көҙ йомарт та... баҙар ҡырыҫ шул!Быйылғы көҙҙөң йомартлығына хайран ҡалырлыҡ! Баҡсасылар бығаса күрмәгән уңышты йыя, сәскәләр ҙә әле булһа балҡып ултыра. Баландарҙың, миләштәрҙең ҡыҙыл тәлгәштәре күҙҙе ҡамаштыра.

Хәйбулла районының Үрнәк ауылында йәшәүсе 83 йәшлек Байтимер Аралбаевтың үҫтергән ашҡабағына хатта үҙенең көсө етмәй. Юҡ, олоғайыуҙан, хәле юҡтан тип уйлаусылар яңылыша. Ашҡабаҡтың хәтәр ҙур булыуынан олатайҙың хәле арыу уҡ икәнлеге беленә. Көсөм етмәй тип тормаған, барыһын да йыйып, ана, соланына өйөп ҡуйған. Тоннаға яҡын уңыш йыйып алдым, тип йылмайыуы ла юҡҡа түгел. Ысынлап та, бер ашҡабаҡтың өс-дүрт тиҫтә килограмм тартыуын иҫәпкә алғанда, һис ғәжәпләнергә ярамай. Әммә аптыратҡаны ла юҡ түгел шул: йыйылған уңышты нишләтергә тип баш вата уңған баҡсасы. Барыһын да үҙҙәре генә тотоноп бөтмәҫтәре көн кеүек асыҡ, балаларының иһә үҙ баҡсаһы бар. Тормош иптәше Зәйтүнә Әйүп ҡыҙы әйтмешләй, хәҙер ололар ашҡабаҡтан диетик бутҡалар ғына бешермәһә?..
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ошондай йомарт көҙҙән файҙаланып, мул уңыш йыйып алған Байтимер Аралбаев барыбыҙға ла өлгө булырлыҡ.


Вернуться назад