Өфөгә юл ябылмаясаҡ12.11.2013
Юл төҙөкләндереү эштәренә бәйле уҙған аҙнала Өфөнөң Дим биҫтәһенә ингән урында автомобиль тығындары барлыҡҡа килде һәм урындағы халыҡ өсөн ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Ошо күңелһеҙ хәл әллә күпме дауам итер ине...

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Миәкә районына эш сәфәренән ҡайтышлай нәҡ шул урында туҡтап, халыҡты борсоған проблема менән яҡындан танышты.
— Кешеләр Өфөгә инер өсөн унар километр урап йөрөргә тейеш, — тип ризаһыҙлығын белдерҙе пенсионер Фирҙәүес Ғабдрахманов. — Ә инде берәй ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, “Ашығыс ярҙам” машиналары нисек үтергә тейеш?
Республика етәксеһе шунда уҡ аныҡ фекерен белдерҙе.
— Бындай ҡылыҡты ҙур ахмаҡлыҡ тиер инем, — тине Рөстәм Зәки улы. — Беҙ, һис шикһеҙ, проектты үҙгәртергә ҡушасаҡбыҙ. Ә инде ғәйепле кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Президент кисекмәҫтән юлды асырға ҡушты.


Вернуться назад