Алдынғылар билдәләнде09.11.2013
Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында райондар, ойошмалар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында үткәрелгән ярышҡа йомғаҡ яһалды. Уның төп маҡсаты – был тармаҡта етештереүсәнлекте арттырыу, эш һәм хеҙмәт сифатын үҫтереү.

Башҡортостан Хөкүмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республиканың иң яҡшы аграр ойошмаларын асыҡлау маҡсатында, уларҙың быйылғы туғыҙ айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр кисә Башҡортостан Хөкүмәтенең дипломы менән бүләкләнде, алдынғы аграрийҙар аҡсалата премия ла алды.
Ауыл хужалығында иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәре өсөн Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө, Ейәнсура, Мәсетле, Балтас, Тәтешле, Краснокама, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Бүздәк һәм Мәләүез райондары, шулай уҡ 50-нән ашыу хужалыҡ һәм ойошма республика Хөкүмәтенең дипломы менән бүләкләнде.
Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы һәм Бишбүләк райондары хакимиәттәренең ауыл хужалығы идаралыҡтары республикала иң яҡшылары тип аталды.
Бишбүләк районының Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы "500 ферма" маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең дипломына лайыҡ булды. Ошондай уҡ диплом менән ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтергән Нуриман районынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рафаэль Йосопов бүләкләнде.
Тулыраҡ мәғлүмәт — Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтында.


Вернуться назад