“Селена” менән “Башлеспром” ағасһыҙ ҡалырмы?09.11.2013
Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин матбуғат конференцияһында белдереүенсә, министрлыҡ “Селена” компанияһы менән урманды ҡуртымға алыу тураһындағы килешеүҙе өҙөргә, “Башлеспром” менән дә договорҙы оҙайтмаҫҡа ниәтләй.

“Был ойошмалар – намыҫһыҙ арендаторҙар. Улар урманды үҙләштереү буйынса ҡаралған шарттарҙы үтәмәй”, — тип билдәләне министр. Бынан тыш, “Селена” урман декларацияһын да ҡағиҙәне боҙоп тәҡдим иткән, отчеттарҙа үҙендәге ағас запасы күләмен икеләтә кәметеп күрһәткән. Компания менән килешеүҙе тарҡатыу мәсьәләһе республиканың Арбитраж судында ҡараласаҡ.
Ә “Башлеспром”дың ҡуртым килешеүе 2015 йылда ғәмәлдән сыға.
Урман хужалығы министрлығы тарафынан эшләнгән схемала “Башлеспром”дың 550 мең һәм “Селена”ның 300 мең кубометрлыҡ йыллыҡ ағас ҡырҡыу күләмен “Кроношпан” фирмаһына тапшырырға тәҡдим ителә.
Был мәсьәлә гәзиттең киләһе һандарында киңерәк яҡтыртыласаҡ.

Айбулат ҒӘЙНУЛЛИН,
Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе:

– Августа үткәрелгән прокурор тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә "Селена" компанияһының урманды "тамырынан" һатыуы асыҡланды. Йәғни ағасты тәрән эшкәртеү сәнәғәтен булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан инвестиция проекты һаман да тормошҡа ашырылмай. Ошондай предприятие булдырыу тураһындағы проект та һаман юҡ. Компания бары дүрт таҡта ярыу ҡорамалы урынлаштырған, улар иһә сәғәтенә бер кубометр ағасты ғына "үткәрә" ала. Әлеге көндә "Селена" менән хеҙмәттәшлекте өҙөү тураһындағы ғариза республиканың Арбитраж судына тапшырылған, ултырыш 19 ноябргә тәғәйенләнгән.


Вернуться назад