Республиканың абруйы арта09.11.2013
“Интерфакс” агентлығына һылтанып, “Standard & Poor’s” (S&P) халыҡ-ара рейтинг агентлығы Башҡортостандың “ВВВ-” кимәлендәге оҙайлы кредит рейтингын раҫланы, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте.
Республикабыҙ рейтингы ыңғай ликвидлыҡты, бурыстың аҙлығын, ҡаҙнаның юғары балансын, шартлы йөкләмәләрҙең түбән кимәлен сағылдыра. Агентлыҡ аналитиктарының фаразына ҡарағанда, 2013—2015 йылдарҙа Башҡортостандағы тулайым төбәк продукты Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда йылдамыраҡ артасаҡ, һөҙөмтәлә килемде үҫтереү, сығым йөкләмәләренең баҫымын кәметеү мөмкинлеге тыуасаҡ.
Республикабыҙ аҡса резервын сығымдың 20-25 процентынан юғарыраҡ кимәлгә күтәрә алһа һәм финанс күрһәткестәрен яҡшыртһа, был рейтингка ыңғай йоғонто яһаясаҡ.