Ҡышлауар – 1-се Этҡол ауылының йәме генә түгел, ә Һаҡмар йылғаһының төп туйындырыусыһы ла. Мал-тыуарҙы һуғарыу өсөн бик тә уңайлы, ҡош-ҡорт көноҙоно шунда. Был яҡтарҙа эсәр һыуҙы ишек алдындағы ҡоҙоҡтан алалар, ә ҡайһы берәүҙәр "һыуы бигерәк тәмле" тип тау итәгендәге Типкес, Атйетәр шишмәләренә йөрөй. Ямаштар өсөн, халыҡ телендә ул шулай атала, һыу проблемаһы киҫкен тормай, шулай ҙа, "Таҙа һыу" дәүләт программаһына ярашлы, әле был ауылға һыу торбалары һалына.
"СТР Монтажстрой" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Таһир Кәримов ауылды биш бармағылай яҡшы белгән, халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанған кешене эҙләп, 1-се Этҡол ауыл хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итә. Гөлнур Азаматова депутат Арсен Байымовтың исемен атап яңылышмай. Арсен Хөрмәт улы иһә тәүге аҙымын команда туплауҙан башлай. Ҡамыш — һыуҙан, тырыш эштән туймаҫ тигәндәй, Хәлил Тойғонов, Ирмәк Юлгилдин, Ғаян менән Вадим Мурзиндар шул көндө үк ризалығын бирә.
Ҡараңғы иртә төшә хәҙер. Сәғәт киске ете тулып уҙғас, улар өйҙәренә таралышҡандыр тиһәк, улай булмай сыҡты. Эңерҙә тап иттек уңғандарҙы, ҡайтырға ашыҡмайҙар ине.
– Егеттәргә тамсы ла дәғүәм юҡ, тотош ауылға һыу үткәреүҙе үҙҙәренең мөҡәддәс бурысы һанайҙар, – тип һөйләй бригадир Арсен Байымов. – Донъя алға бара, үҙгәреш һәм яңылыҡ осоронда йәшәйбеҙ бит. Ни өсөн һаман да сылбыр һөйрәп, күнәк дыңғырлатып йәки колонканың ауыр тотҡаһын бер аҫҡа төшөрөп, бер өҫкә күтәреп һыу алырға тейешбеҙ әле? Хәҙер заманаһы бүтән! Быларҙың барыһы ла халыҡтың киләсәген уйлап, уларға еңеллек килтереүҙе күҙаллап тормошҡа ашырыла. Ҡалалағы ише, төймәгә баҫҡас та һыу килмәгәс ни...
Әйткәндәй, районда ошо маҡсатлы программа буйынса тағы ла өс ауылда – Аҡморон, 2-се Этҡол һәм Ҡуянтауҙа эш алып баралар.
Участка мастеры Фәнил Ғәлимов та хеҙмәткәрҙәренән ҡәнәғәт, үҙ-ара килешеп эшләүҙәренә ҡыуанысы сикһеҙ. Төҙөлөш материалдарын ваҡытында килтереп тороу, шулай уҡ бүтән йомоштар уға йөкмәтелгән.
Арсен Байымов билдәләүенсә, торбалар 63 метр тәрәнлеккә төшөрөлгән. Тиҙҙән ҡеүәтле дүрт скважина (икәүһе запас итеп ҡалдырыласаҡ), заманса һыу һурҙырыу станцияһы, өр-яңы ике һыу биреү башняһы ҡуйыласаҡ. Еңеү, Тыныслыҡ, Ленин, Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Әкрәм Ниғмәтуллин, Азамат, Байрамғол, Баҡса урамдарына һыу торбалары һуҙылған да инде, дөйөм оҙонлоғо – һигеҙ саҡрым.
Ҡайһы бер яҡтарҙа ҡапҡа бағаналарында дүртмөйөш тимергә көрәк-балта йәки күнәк-кәйлә төшөрөлгән һүрәттәрҙе һаман да күрергә мөмкин. Янғын сыға ҡалһа, ҡаушап ҡалмаҫҡа, ә шулар менән ҡоралланып ярҙамға ашығырға кәрәк. Заман талаптарына ярашлы, хәҙер ауылдарҙа янғын гидранттары торорға тейеш. Ауылдың ҙурлығын иҫәпкә алып, бында иһә уларҙың һанын 22-гә еткереү күҙаллана. Ә инде колонкаларҙың (29 урында) булыуы тураһында һүҙ ҙә юҡ. Улар бер нисә өйгә уртаҡ итеп урамға урынлаштырылған. Теләгәндәр шунда уҡ йорттарына һыу индереп ҡалыу мөмкинлегенә лә эйә.
– Һыу килә башлаһа, халыҡ шишмәгә йөрөүҙән туҡтармы икән? – тим.
– Шишмә һыуының сихәте билдәле. Әммә әлеге һыу үткәргес тормошто еңеләйтәсәк. Бер генә миҫал. Яҡташтарым йәшелсә, еләк-емеш үҫтерергә әүәҫ. Көйәнтәләп ташып, баҡсаға һыу ҡойоу мәшәҡәтле бит, ә былай колонка ауыҙына шланг тоташтыраһың да бүтән эштәргә тотонаһың... Еңел дә, уңайлы ла, – ти Арсен Байымов.