Йәнлекселек ауылға йән өрә08.11.2013
Йәнлекселек ауылға йән өрәШәшке, аҡ төлкө, кеш, ҡара төлкө кеүек ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙең ҡайҙа үрсегәнен беләһегеҙме? Сит илдәрҙәге махсус хужалыҡтар күҙ алдына баҫа. Баҡтиһәң, улар яҡында ғына, үҙебеҙҙең Башҡортостанда, бар икән. Күгәрсен районының “Октябрь” совхозында затлы тиреле йәнлектәрҙе үрсетеү буйынса махсус ферманың эшләй башлауына ике йыл ғына, әммә мөмкинлектәре ҙур.

Ата-бабаларыбыҙ кейекселек, ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә һунар итеү менән электән шөғөлләнһә лә, төрлө сәбәптәр буйынса хәҙер был кәсеп онотолобораҡ тора. Ә күгәрсендәр уны тергеҙмәксе. Бында Мәскәүҙән инвестор Александр Авдеев килеп эш башлаған. Хәҙер Мәҡсүт ауылында яңы произодство ғына түгел, өҫтәмә эш урындары ла барлыҡҡа килгән.
“Октябрь” — Башҡортостанда берҙән-бер йәнлекселек фермаһы. Әйткәндәй, совхозда башҡа төрлө эшмәкәрлек тә бар, мәҫәлән, һыйыр малы тоталар, иген үҫтереү менән шөғөлләнәләр. Әлеге көндә бында 17 мең баш шәшке, төлкө, кеш, аҡ төлкө иҫәпләнә.
Йәнлекселек ауылға йән өрәРеспубликаға инвестициялар кәрәклеге, уларҙы күберәк йәлеп итеү төбәгебеҙҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуы тураһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күптән әйтә килә. Яңы ферма был бурысты бик уңышлы үтәй. Хужалыҡтың инвесторы Александр Авдеев әйтеүенсә, эшмәкәрлекте ойоштороу һәм эшләтеп ебәреү өсөн 150 миллион һум аҡса тотонолған. Инвестициялар бының менән генә сикләнмәйәсәк, киләһе йылдарҙа тағы ла 400 миллион һум самаһы капитал индереү күҙаллана. Йәнлек фермаһы проект ҡеүәтенә дүрт-биш йылдан сығырға тейеш. Ул ваҡытҡа йәнлектәр һанын 40 меңгә тиклем еткерергә уйлайҙар.
Алдан әйтеп киткәнсә, йәнлекселек республикабыҙ өсөн ят шөғөл тиерлек. Януарҙарҙы ҡарауҙың үҙ тәртибе, нескәлектәре бар, шуға күрә бында ысын оҫталар, юғары белемле белгестәр эшләй. Мәҫәлән, Люциә Герасимова — фән кандидаты, Башҡортостан дәүләт аграр университетында йәнлек үрсетеү буйынса уҡыта. Уны Татарстандан саҡырып алғандар икән. Зоотехник Эльза Мәжитова иһә — Пермь крайы ҡыҙы. Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡығанда Мәҡсүт ауылы егете менән танышып өйләнешкәндәр, иренең тыуған ауылында төпләнгәндәр. Элек фермала оператор булған Владимир Адмаев та йәнлектәр менән эш итә башлаған. Ә дөйөм алғанда, фермала ҡырҡҡа яҡын эш урыны булдырылған.
Йәнлекселек ауылға йән өрәЫсынлап та, тармаҡтың нескәлектәре күп. Тиренең сифаты йәнлекте нисек ҡарауға һәм ашатыуға бәйле. Әгәр аҙыҡ дөрөҫ һайланмаһа, тиренең сифаты төшә, аминокислоталар етешмәгән осраҡта ла тауар ҡиммәтен юғалта. Рациондарында ит, балыҡ, һөт аҙыҡтары, төрлө ҡатнашмалар булыуы шарт. Тиреһен ҡояш нуры ашамаһын һәм ялтырауыҡлығын юғалтмаһын өсөн йәнлектәрҙе махсус ситлектәрҙә тоталар.
Йәнлекселек ауылға йән өрәЯңыраҡ цехҡа шәшке тиреләрен беренсел эшкәртеү өсөн Данияның “Jasopels” фирмаһы етештергән заманса ҡорамал алынған. Уның ҡеүәте сәғәтенә 350-400 тире эшкәртеү мөмкинлеген бирә. Фирманың вәкиле Эрт Ельмец белдереүенсә, был тармаҡ Башҡортостандағы хужалыҡты донъя кимәлендә танытасаҡ. Европа стандарттары буйынса төҙөлгән ситлектәрҙә йәнлекте тейешле кимәлдә ҡарау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Әйткәндәй, был йүнәлеш Данияла бик алға киткән һәм үҫешкән. Унда ҡиммәтле тире алыу өсөн 14 миллион шәшке үрсетелә.
Хужалыҡтың төп инвесторы Александр Авдеев та предприятиеһының уңышына ышана. “Башҡортостанда был эш менән беҙ генә шөғөлләнәбеҙ. Күп тә үтмәй, ил генә түгел, донъя баҙарында ла ныҡлы урын биләрбеҙ тип уйлайым”, — ти ул.
Йәнлекселек ауылға йән өрә


Вернуться назад