Эшләгән — тешләгән!08.11.2013
Эшләгән — тешләгән!Күпме эшләйһең, шунса тешләйһең, тигән принцип буйынса йәшәй Туймазы районының “Рассвет” ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәтсәндәре. Был алымды предприятиеның яңы етәксеһе Азат Әхмәтгәрәев тәҡдим иткән, һәм уны бөтәһе лә хуплай.

Был хужалыҡ элегерәк районда алдынғылар рәтендә йөрөгән, ләкин һуңғы йылдарҙа яулаған үрҙәренән сигенеп, бурыстары арта башлаған. Бөтә өмөттө яңы рәйескә бағлап яңылышмағандар: бөгөнгө һөҙөмтәләргә ҡарағанда, ул үҙ иңендәге бурысты теүәл үтәй.
“Рассвет”тың төп эшмәкәрлеге — малсылыҡ һәм игенселек.
— Быйыл гектарынан 17,5 центнер уңыш алынды. Райондың башҡа хужалыҡтары араһында тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төшкәйнек һәм уны беренселәр иҫәбендә тамамланыҡ, — ти Азат Әхмәтнәжип улы.
Тағы ла һандарға мөрәжәғәт итеп, шуны әйтергә була: 80 гектар ерҙән көнбағыш, 40 гектарҙан шәкәр сөгөлдөрө һәм 150 гектарҙан кукуруз йыйып алынған. Малсылыҡ менән дә етди шөғөлләнәләр бында: барлығы 700 баш һыйыр малы бар, шул иҫәптән 300-ө — һауын һыйыры. Дөйөм алғанда, малсылыҡ — өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Йылдың-йылы һауын һыйырҙар һанын арттырыу өсөн тырышалар. Тулыһынса яһалма ҡасырыу ҡулланыла. Һөттө Серафимовка һөт комбинатына илтәләр. Былтыр 11130 тоннанан ашыу тапшырылһа, быйыл күрһәткестәр бер ни тиклем артҡан. Азат Әхмәтгәрәев әйтеүенсә, планда — 12300 центнер һөт һауып алыу.
Коллективта 76 кеше мәшғүл. Етәксенең төп принцибы — эшләгән кеше хеҙмәт хаҡын күп итеп һәм ваҡытында алырға тейеш. Бер ни тиклем бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡты тергеҙеү, кешеләрҙең кәйефен күтәреү һәм дәртләндереү маҡcатында яңы хужа эш башлау менән үк прогрессив түләү системаһын индергән. Алым бик ябай һәм уңайлы. Мәҫәлән, механизатор һигеҙ сәғәт эшләгәне өсөн нисә һум аласағын алдан белеп тора. Техника йүнәтеүҙә булғанда минималь түләү билдәләнә. Ә ремонтсыларҙың эш хаҡы өс тапҡырға артҡан.
Ауыл хужалығында сәсеү һәм уңыш йыйыу осоро — иң ҡыҙыу мәл. Был ваҡытта механизатор егеттәр көндө төнгә ялғап эшләй, штурвал артынан 12-шәр сәғәт төшмәй тиерлек. “Рассвет”та артыҡ эшләгән ваҡыт өсөн өҫтәп түләнә. Хеҙмәткәргә аҡсаны проценттарҙа иҫәпләп сығарыуы, бухгалтерияның һандарын аңлауы ҡыйын, шуға күрә һәр хеҙмәттең үҙ хаҡы ҡуйылған, ә махсус китапта кемдең нисә сәғәт эшләгәне теркәп барыла. Кеше, планын арттырып үтәгән өсөн күпме аҡса аласағын ябай ғына итеп иҫәпләй ала һәм, әлбиттә, тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотона. Эйе, алым уңайлы, ә иң мөһиме — стимул бар. Эш хаҡының арта барасағын белгән механизатор, әлбиттә, яҡшыраҡ күрһәткестәргә өлгәшергә тырыша. Шуға күрә, миҙгеленә ҡарап, тырыш механизаторҙар 30-35 мең һум эш хаҡы ала, ә ауыл ерендә был — бик ҙур аҡса.
Хеҙмәткә яңыса түләү алымы мал аҙығы әҙерләгәндә лә ҡулланыла. “Дон-680” комбайнында бер айҙа 500 гектар майҙанды урған комбайнсы 50 мең һум алған! Бына бит кешене дәртләндереү нимәгә килтерә! Кооператив бесән әҙерләү буйынса планды ике тапҡырға арттырып үтәгән (350 тонна урынына — 705 тонна). Әйткәндәй, шуның 370 тоннаһы хеҙмәткәрҙәргә һәм пайсыларға таратып бирелгән. Механизатор һәм малсыларҙың береһе лә үҙенә бесән хәстәрләйем тип салғы күтәреп йөрөмәгән, уны күмәкләшеп сабып йыйғас, һәр кемдең ихатаһына тиклем килтереп биргәндәр. Сенаж һалыу планы ла арттырып үтәлгән (3000 тонна). Һалам менән силос та артып ҡалырлыҡ итеп әҙерләнгән.
— Беҙҙә яҡшы коллектив тупланған, һәр береһе тәжрибәле һәм уңған. Хужалыҡта ферма мөдире менән ветеринар көслө. Баш бухгалтер Дания Сабитова менән урынбаҫарым Ринат Мөҡсинов — уң ҡулым һәм төп ярҙамсым. Һәр кем тураһында йылы һүҙ әйтергә була, бөтәһе лә тырышып эшләй, — ти Азат Әхмәтгәрәев.
Хужалыҡтың бәләкәй икмәкханаһы ла бар, ҡаймаҡ, эремсек, төрлө ярымфабрикат етештерәләр. Күренеүенсә, “Рассвет”тың эштәре көйлө, ә киләсәккә мөмкинлектәре тағы ла ҙурыраҡ.


Вернуться назад