Район хужалыҡтары оҙайлы ҡышҡа ныҡлы әҙерләнде. Бөгөн һүҙебеҙ — "Агро-Альянс" крәҫтиән (фермер) хужалығы хаҡында.
— Бөтәһе 7 мең гектар майҙанда игенселек эше менән шөғөлләнәбеҙ. Йыл һәйбәт килде, мул уңыш алып һөйөндөк. Арыш гектарынан 30 центнер уңыш бирһә, иген культуралары — 20–22-шәр центнер. Ә бына кукуруз баҫыуының гектар ҡеүәте 400 центнерҙан ашып китте. Өс йыллыҡ һутлы силос-сенаж запасы тупланыҡ, мал аҙығына ҡытлыҡ булмаясаҡ, — тине ҙур ҡәнәғәтлек менән баш агроном Рәмил Ибраһимов.
Ысынлап та, кукуруз баҫыуында эшләгән мәлендә тап иттек механизаторҙарҙы. 22 йыл буйы механизатор һөнәренә тоғро ҡалған Рәмзил Бикбулатов үҙенең "Дон-680" комбайнында, аяҙ көндөң һәр сәғәтен юғалтмаҫҡа тырышып, кукуруз ура. Йәшел массаны Сергей Пономарев, Николай Машкин силос соҡорона ташый.
— Был — һуңғы баҫыу. Ике көндә эште тамамларға иҫәп тотабыҙ, — ти баш агроном.
Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтың төп таянысы — һөтсөлөк. Шишмә — Дәүләкән юлында, Шөңгәккүл ауылында "Агро-Альянс"тың һөт эшкәртеү цехы урынлашҡан. Ошонда уҡ ҡулланыусыларға киосктан үҙ продукцияһын тәҡдим итәләр.
"Молочная долина" тип аталған һөт ризыҡтары маркаһын хәҙер белмәгән кеше юҡтыр. Тәбиғи һөттән яһалған кефир, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, эремсек, йогурт һымаҡ ризыҡтар юғары сифаты менән айырылып тора. Оҙаҡ һаҡлар өсөн бер ниндәй консервант йәки башҡа матдә ҡушылмай. Шуға ла дауаханалар, социаль учреждениелар был продукцияға өҫтөнлөк бирә.
Хужалыҡтың 700 баш һыйыры бар, шуның 400-ө — һауын һыйыры. 2007 йылда асылған һөт эшкәртеү цехы йәйге айҙарҙа көнөнә унар тоннаға ҡәҙәр һөт эшкәртеү һәләтенә эйә. Дәүләкән, Благовещен, Шишмә райондарына, Өфө ҡалаһына ебәрелә һөт ризыҡтары.
"Агро-Альянс" крәҫтиән (фермер) хужалығы директоры Руслан Марат улы Хәмитов — райондағы иң йәш етәкселәрҙең береһе. Уға әле ни бары 25 йәш.
— Атайым хужалыҡты тергеҙеүгә күп көс һалды, әммә ул бик иртә вафат булды. Шуға ла 20 йәшемдә генә оло вазифаны йөкмәргә тура килде, — ти ул. Тармаҡтың бөтә нескәлектәрен тәрән өйрәнеп, хужалыҡты үҫтерергә, киңәйтергә форсат тапҡан Руслан Марат улы. Хәҙер ул — өлгөрөп еткән алдынғы ҡарашлы етәксе. Бөгөн "Агро-Альянс" хужалығында 100 кеше эш тапҡан. Киләсәктә мал һанын ишәйтеп, продукция етештереүҙе тағы ла арттырыу уйы менән янып йәшәй йәш етәксе.