Йүнселдеке – замана08.11.2013
Йүнселдеке – заманаМичурин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы тотороҡло үҫеш юлына баҫҡан өлгөлө предприятиелар иҫәбенә инә. Ул бер нисә йүнәлештә уңышлы эшмәкәрлек алып бара: тоҡомло мал үрсетәләр, иген, мал аҙығы культуралары үҫтерәләр, етештерелгәнде эшкәртеп һаталар.

Ҡышҡа мичуриндар тулы әҙерлек менән аяҡ баҫа. Мал-тыуар бөтә талаптарға яуап биргән ҡураларҙа тотола, аҙыҡ етерлек әҙерләнгән. Шулай булмай, тоҡомло малды аҫрау анһат түгел, ул һатып алыусының иғтибарын йәлеп итерлек сифатта һәм көрлөктә булырға тейеш. Оҫта ойоштороусы, йәш булһа ла, халыҡтың ихтирамын яулаған бөтмөр рәйес Илфир Муллағәлиев малды ҡышлауға индереү торошо менән ҡәнәғәт – тейешле ғәмәлдәрҙең барыһы ла юғары кимәлдә башҡарылған. Хужалыҡта ҡара-сыбар тоҡомло 1 100 баш һыйыр малы аҫрала, шуның 300-ө – һауын һыйыры. Улар иһә һөтлө – йылына 5-әр мең килограмм продукция бирә. Һуңғы туғыҙ ай мәғлүмәттәре ҡыуандыра: һәр һыйырҙан 6680 центнер һөт һауып алынған. Уны Саҡмағош һөт заводына эшкәртеүгә тапшыралар. Һауынсылар Борис Шәрәфиев, Әлфиә Ғәлиева, мал ҡараусы Алһыу Ғатауллина айырыуса юғары күрһәткестәргә өлгәшеүе менән билдәле.
“500 ферма” маҡсатлы программаһына ярашлы, һөтсөлөк фермаһында капиталь ремонт бара. Яңыртылған бинаны файҙаланыуға тапшырыу Мичурин исемендәге кооперативтың малсылыҡты үҫтереү эшмәкәрлегенә ҙур этәргес бирер тип көтөлә. Яңы цехта юғары талаптарға яуап биргән ҡорамалдар ҡуйыласаҡ, унда заманса һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар буласаҡ. Тимәк, эш шарттары тағы ла яҡшырасаҡ.
Был программаның һөҙөмтәләрен күрә башлағандар ҙа инде – уға ярашлы, быҙауҙар өсөн айырым бина төҙөп ултыртҡандар.
Хужалыҡта үҫемлекселек тармағы ла һәйбәт һөҙөмтәләр бирә. 4 300 гектар майҙандың 3 750-һе – һөрөнтө ерҙәр. 2 205 гектарҙа иген үҫтерелә, шәкәр сөгөлдөрө 272 гектарҙы биләй. Урып йыйыуҙы ваҡытында тамамлағандар, уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алғандар. Механизатор Марат Әхмәтшин, Ринат Шәрипов, Илфир Сираев, комбайнсылар Вәзир Фәррәхов, шоферҙар Юрий Савельич, Руслан Авзалов, Олег Ғәниев ураҡта ғына түгел, хужалыҡтың бар эшендә ҡатнаша, предприятие етәкселеге улар менән хаҡлы ғорурлана.
Мичурин исемендәге кооперативта барлығы 110 кеше эшләй. Һөҙөмтәле хеҙмәт өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Эш хаҡы ваҡытында түләнә. Ауылдары ла төҙөк, йәшәү өсөн уңайлы. Көслө хужалыҡтың эшсәндәре, ғөмүмән, яҡлаулы, һәр ҡайһыһының киләсәге ышаныслы.

Фото: Илфир Муллағәлиев уңдан беренсе.


Вернуться назад