Игенсегә йылына әллә нисәмә тапҡыр көйөнөргә тура килә, ә бына һөйөнөс кисерергә форсат сығып бармай. Бары көҙөн, иген бураларға ингәс кенә, еңел һулап ҡуя ауыл кешеһе.
Ошо көндәрҙә Мәләүез игенселәре оло ҡыуаныс кисерҙе — урып йыйыу эштәрен матур һөҙөмтәләр менән тамамланы. Шуға ла һөнәри байрамдарын яҡты йөҙ, мул уңыш менән ҡаршылай улар.
Быйыл райондың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре үҙҙәрен республика күләмендә тағы танытты. Игендең тулайым йыйымы буйынса мәләүездәр йәнә алдынғылар иҫәбендә — 117 мең тоннанан ашыу уңыш алынған. Гектар ҡеүәте — уртаса 22 центнер. Әйткәндәй, ошо күрһәткес республиканың Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Саҡмағош райондарында ғына 20 центнерҙан ашыу тәшкил иткән.
Мәләүез игенселәренең абруйын күтәреүселәрҙең береһе — Салауат исемендәге кооператив. Иң мул уңыш ошонда үҫтерелде: гектарынан 27-шәр центнер алынды. "Старт" хужалығы хеҙмәтсәндәре индергән өлөш тағы ла ҙурыраҡ: бындағы бәрәкәтле ер 30-ар центнер уңыш бирҙе. Уларҙы хаҡлы рәүештә урып йыйыу кампанияһының төп еңеүселәре тип атарға мөмкин.
Мәләүездәр көнбағыш үҫтереү буйынса ла, һәр ваҡыттағыса, республикала алдынғылар иҫәбендә. Ошо ҡиммәтле культура һәр гектарҙан уртаса 19,5 центнер уңыш биргән.
Мәләүездәр шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса ла элек-электән дан тотоп килә. Быйыл да һыр бирмәнеләр, 130 мең тоннанан ашыу “татлы тамыр” ҡаҙып алынды. "Мәләүез" фәнни-етештереү берекмәһе, Салауат исемендәге колхоз, "Ашҡаҙар" кооперативы, "Старт" хужалығы һәм башҡаларҙың өлөшө айырыуса ҙур.
Үҫтерелгәне йыйып алынды тип ҡәнәғәтлек кисереп ултырмай игенселәр, киләһе уңышҡа нигеҙҙе бөгөн үк һала. Шуға ла бушап ҡалған майҙандарҙы йәнә тракторҙар иңләй. 40 мең гектары туңға һөрөлгән дә инде, ә 17,3 мең гектарына ужым культуралары сәселгән. Орлоҡ әҙерләүгә килгәндә лә көнләшерлек — ул етерлек күләмдә әҙерләнгән.
Уңғанға уңыш юлдаш, тиҙәр. Ысынлап та, шулай. Мәҫәлән, быйыл район хужалыҡтары 250 миллион һумдан ашыу хаҡҡа яңы техникалы булды, йәғни былтырғыға ҡарағанда 100 миллион һумға күберәк. Әйткәндәй, был — республика буйынса һәм район тарихында иң һәйбәт күрһәткес. Һөҙөмтәлә хужалыҡтар заманса техника һәм ҡорамалдар менән тулыланды.
Барлар уңыштар, күрһәтерлек ҡаҙаныштар булғас, йөҙ ҙә яҡты, кәйеф тә күтәренке, әлбиттә. Мәҙәниәт йортонда һөнәри байрамдары уңайынан ойошторолған тантанала алдынғы хужалыҡтарҙың, эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәренең һәр ҡайһыһына ҡарата йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр, изге теләктәр юлланды. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин республика Президентының, Хөкүмәттең, ведомство етәкселәренең йылы ҡотлауын, оло рәхмәтен ихлас еткерҙе.
Төбәктә игенселек менән бергә малсылыҡта ла һыр бирмәй киләләр. Район хакимиәте башлығы Малик Вахитов әйтеүенсә, әле барланған уңыштарға, күрһәтелгән ҡаҙаныштарға дөйөм көс менән өлгәшелгән. Хужалыҡтар үҙ бурысын дөрөҫ аңлап башҡара, хеҙмәтсәндәр ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй. Шулай уҡ ер кешеһенә етди иғтибар күрһәтеп, ил һәм республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы етәкселәре лә ҡаҙаныштарға тос өлөшөн индерә. Быйыл райондың ауыл хужалығы тармағына дәүләт тарафынан дотация һәм субсидия рәүешендә аҡса йүнәлтеү 392 миллион һумға етте. Хужалыҡтар "500 ферма" программаһында ла әүҙем ҡатнаша. Ағымдағы йылда ғына ла бишәүһе ошо сараға ҡушылды.