Уңыш барлар,"себеш һанар" мәл08.11.2013
Уңыш барлар,"себеш һанар" мәлАуыл хужалығының бөгөнгө хәле нисек? Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, баҙар шарттарында беҙҙең крәҫтиән аяғында ныҡлы баҫып торған сит ил фермеры менән йәнәш атлай алырмы? Был тармаҡта уңыш-уңышһыҙлыҡтарыбыҙ нимәнән ғибәрәт? Рәсәй, шул иҫәптән республика аграрийҙары алдында ниндәй бурыстар тора? Ошо һорауҙарҙың барыһына ла яуапты Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Анатольевич Коваленко байрам алдынан үткәргән матбуғат конференцияһындағы сығыштан табып була. Уны ҡыҫҡартып, гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырабыҙ.

— Рәсәй буйынса ауыл хужалығы һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре байрамы 11 октябрҙә билдәләнә. Шул уҡ көндәрҙә Мәскәүҙә "Алтын көҙ" күргәҙмә-фестивале үтә. Республикала иһә байрамды барлыҡ ауыл хужалығы эштәре тамамланғас уҙғарабыҙ. Әле нәҡ ошо мәл килеп етте, тиһәм дә була. Әйтергә кәрәк, тармаҡ эшсәндәре уны лайыҡлы ҡаршылай.
Уҙған туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса ҡарағанда, продукция етештереүҙең дөйөм күләме 94 миллиард һумдан ашты. Былтырғы менән сағыштырғанда, был 8 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән малсылыҡ тармағында күрһәткес 55 миллиард һумлыҡ булды, үҫемлекселектә — 39 миллиард һумлыҡ. Предприятиелар 27 миллиард һумлыҡ продукция етештерҙе.
Уңыш барлар,"себеш һанар" мәлЭш хаҡына килгәндә, әллә ни маҡтанырлыҡ булмаһа ла, планлы үҫеш кимәлендәбеҙ. Ауыл хужалығы буйынса ул 11 мең һум тәшкил итә. Әлбиттә, бик аҙ, шулай ҙа 3,6 процентҡа үҫеш бар, йыл аҙағына 4 процент булыр тип ышанабыҙ. "Алексеевка" хужалығында, ҡошсолоҡ фабрикаларында, сусҡасылыҡ комплекстарында эшләүселәрҙең 22-шәр мең алғандары ла бар. Фермер хужалыҡтарында ла 18–20 мең кимәлен тотҡандары етерлек. Бөтә тармаҡты алғанда инде (ул шаҡтай ҙур — 120 меңдән ашыу кеше эшләй), эш хаҡы бигүк һәйбәттән түгел.
Урып йыйыуға йомғаҡ яһағанда, баҫыу эштәре тамамланды тиерлек. Йыл ғәҙәттән тыш ауыр булды. Шуға ла, тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алһаң, үҫемлектәрҙең вегетация осорон күҙаллаһаң, эш һөҙөмтәләренә төрлө факторҙар йоғонто яһауын әйтмәйенсә булмай. Яҙын ауыл хужалығы етештереүселәре, ҙур өмөттәр бағлап, бик күләмле эш башҡарҙы, нисек тә алдағы йылдарҙағы ҡоролоҡтан килгән зыянды ҡапларға, мул уңыш алырға кәрәк ине. Был йәһәттән элиталы орлоҡ, тейешенсә минераль ашламалар файҙаланылды, бик күп техника һатып алынды. Яңы техника менән бергә яңы технологик алымдар ҙа ҡулланыла башланы. Яҙын эштәр ҡыҫҡа ваҡытта башҡарылды, ләкин, белеүебеҙсә, 15–18 июлгә саҡлы ямғырҙар булманы, булғаны ла урыны менән һибәләне, сәсеүлектәргә етмәне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн беҙҙең келәттәргә 2 миллион 240 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һалынды. Был, 2012 йыл менән сағыштырғанда, 20 процентҡа күберәк. Уртаса уңыш гектарынан 12,6 центнер тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн — уҙған йылда 11,6 центнер ине. Саҡмағош, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Илеш райондарында гектар ҡеүәте 26 центнер тартты.
18 июлдән ямғырҙар китте, аҙ ғына ваҡыт эсендә май, июнь, июль айҙарындағы дефицит бөттө. Яуым-төшөм сиктән ашты. Аномаль хәлдәргә тарыған райондар булды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм уңыш етерлек алынды. Киләһе йылға тулыһынса орлоҡ менән тәьмин ителгәнбеҙ, мал аҙығына фураж игене етерлек. Беҙҙең сәнәғәттә аҙыҡ оно, ҡатнаш аҙыҡ етештереү, башҡа маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн дә иген бар.
Быйыл барлыҡ сәсеүлектәр майҙаны 3 миллион 124 мең гектар булһа, шуның 1 миллион 774 мең гектарында иген культуралары ине. Иген тигәндән, йыйылған уңыштан 500 мең тоннаһы — орлоҡҡа, 1 миллионы — мал аҙығына, 550 мең тоннаһы сәнәғәт эшкәртеүенә китәсәк. Мал аҙығы йылдың-йылы етерлек әҙерләнә. Шартлы бер баш малға 27,5 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған. Лидер райондарҙың 30–35-әрҙе әҙерләгәндәре лә бар.
Уҙған туғыҙ айлыҡ һөҙөмтәләр буйынса ҡарағанда, хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында 220 мең тонна ит (тере ауырлыҡта) әҙерләнгән, 1,4 миллион тоннанан ашыу һөт һауылған, 878,3 миллион йомортҡа алынған. Һәр һыйырға иҫәпләгәндә, уртаса һауым — 3239 килограмм. Ауырғазы, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө һәм Саҡмағош райондарында 4 меңенсе кимәлде лә уҙып киттеләр. Саҡмағоштар иһә 5 меңенсе күрһәткескә яҡынлашты. Мал аҙығы етештереүгә килгәндә, ул етерлек әҙерләнде, хатта ҡайһы бер район хужалыҡтарында ике-өс йыллыҡты хәстәрләп ҡуйҙылар. Дөйөм алғанда, йылдың тәүге яртыһында мал аҙығы туплау аҡрын барһа ла, беҙҙе кукуруз майҙанын 92 мең гектарғаса арттырыу ҡотҡарҙы. Шулай уҡ күп йыллыҡ үләндәрҙе, суданканы ваҡытында йыйып алыу һөҙөмтәһен бирҙе.
Бөтә төр хужалыҡтарҙа 1 миллион 289 баш һыйыр малы аҫрала, шуның 497 меңе — һауын һыйыры. Барлығы 302 мең баш сусҡа, 880 мең һарыҡ-кәзә, 129 мең йылҡы малы, 14 миллион ҡош-ҡорт иҫәпләнә.
Быйыл беҙҙе шәкәр сөгөлдөрө ҡыуандыра. Уңыш 53 мең гектарға яҡын ерҙән йыйыласаҡ, әле гектарынан уртаса 350 центнер сыға. Дөйөм алғанда, 1 миллион 800 мең тонна булыуы көтөлә. Бындай уңыштың һуңғы тиҫтә йылда алынғаны юҡ ине. Әлбиттә, икенсе ярты йыллыҡтағы ямғырҙар бик ныҡ ярҙам итте, ләкин был тармаҡта яңы технологиялар ҡулланыуҙы, тейешенсә минераль ашлама индереүҙе, яҡшы гибрид сортлы орлоҡ сәселеүен дә билдәләмәйенсә булмай. Бөгөн уңыштың яртыһынан күбеһе шәкәр заводтарына оҙатылған. Иҫәп буйынса, ғинуар аҙаҡтарына һуңғы йөк машинаһы баҫыуҙан китәсәк. Заводтарҙың ҡеүәтенә ҡарағанда, өсәүһенә тулы көсөнә эшләү өсөн сеймал 15 мартҡа тиклем етәсәк. Республикала 220–230 мең тонна шәкәр буласаҡ, тип ышанабыҙ. Был беҙҙең ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.
Көнбағышҡа килгәндә, һуңғы йылдарҙа уға иғтибар артты, быйыл был культура 220 мең гектарҙа сәселде. Сәсеү әйләнеше нормаларға тап килә, беҙ уны ныҡлы контролдә тотабыҙ. Бөгөн көнбағыштың яртыһынан күберәге йыйып алынған, бөтәһе 260–280 мең тонна булыр, тибеҙ. Культура бик үҙенсәлекле — һуңыраҡ йыйыла. Бер аҙ киптерһен өсөн һыуыҡтарҙы көтәбеҙ. Уңышты тулыһынса йыйып алыу өсөн ваҡыт бар, шуға һуңлауҙан ҡурҡырға ярамай, эш планлы бара.
Ямғырҙарҙан ҡалала ла бигүк һәйбәт түгел, ә һеҙ баҫыуҙарҙы күҙ алдына килтерегеҙ — ниндәй көсөргәнешле эш бара. Ауыл халҡы яҡшы көндөң һәр сәғәтен, минутын файҙаланып ҡалырға тырыша. Был сөгөлдөрҙө сығарыуға ла, көнбағышҡа ла ҡағыла.
Ужым культураларына ла туҡталып үтеү кәрәктер. 2014 йылғы уңышҡа нигеҙ итеп 550 мең гектарҙа сәселде ул. 2012 йылға ҡарағанда, 105 мең гектарға күберәк. Арыш элекке кимәлдә ҡалһа, тритикал менән ужым бойҙайы күберәк сәселде.
Әлбиттә, аграр өлкә дәүләт ярҙамына мохтаж. Дөйөм сумманы әйтеп тормайым, айырым программаларға туҡталып китәм. Ике йыл инде "500 ферма" республика программаһы эшләй. Ошо ваҡыт эсендә унда 133 ферма һәм бер тоҡомсолоҡ предприятиеһы ҡатнашты, шуларҙың 49-ы быйыл программаға индерелде. Ҡатнашыусыларға республика бюджетынан 625 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы бүленде, шул иҫәптән быйыл — 240 миллионы. Бөгөн 90 һөтсөлөк фермаһында эштәр бара. Программала айырыуса Илеш (10 ферма), Туймазы (8), Дүртөйлө (8), Стәрлетамаҡ (8), Мәләүез (8) һәм Миәкә (6) райондары хужалыҡтары әүҙем ҡатнаша. Тәжрибә күрһәтеүенсә, бындай фермаларҙа һауым башҡаларға ҡарағанда 25 процентҡа юғары була, яҡшы сортлы һөт һауыу иһә 27 процентҡа артҡан.
Шундай райондар бар: үҙ аҡсаларын юл төҙөүгә, техника алырға, тармаҡ инфраструктураһын формалаштырыуға бүләләр. Мәҫәлән, Баҡалы, Салауат, Тәтешле райондарында фермалар тирәләй юл һалғандар. Краснокамала һөтсөлөк фермаһына тиклем һәм эргә-тирәләй асфальт түшәгәндәр. Шул уҡ ваҡытта программала ҡатнашыусы һәр ҡайһыһына берәр миллион һум аҡса бирелгән. Мәсетле районында 1 миллион 500 мең бүлгәндәр. Илештә — 250 мең. Иглинда иһә 5 миллион һум тоҡомло мал алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплатыу өсөн компенсация рәүешендә алынған.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү буйынса маҡсатлы программаны билдәләмәйенсә булмай. Бөгөн унда 49 райондан 169 фермер хужалығы индерелгән. Йыл һайын тауар һәм тоҡомло мал алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплатыу өсөн компенсация (тере ауырлыҡтағы 1 килограмм өсөн 40–80 һум) бүленә. Шулай уҡ инженер инфраструктураһын көйләү, малсылыҡ ҡорамалдары һатып алған өсөн дә. Бынан тыш, программала ҡатнашыусылар 150 мең һумға саҡлы финанс ярҙамы ала.
Үткән йылдан бирле "Башлаусы фермер" менән "Ғаилә малсылыҡ фермаһы" грант программалары эшләй. Быйыл ғына ла тәүгеһенә — үҙ эшен асырға торған 270 кеше, икенсеһенә 103 ғаилә фермаһы ағзаһы инергә теләк белдерҙе.
Ауыл хужалығын бөгөн инвестицияһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Барлығы 20 ҙур проектты тормошҡа ашырыу бара, уларҙың төп йүнәлештәре — сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ, йәнлек үрсетеү, йәшелсә үҫтереү, һөт тоҡомло һыйыр малы аҫрау, иген культураларын тәрәндән эшкәртеү. Барлыҡ был эштәрҙе финанслау күләме 85 миллиард һум тәшкил итәсәк. Үткән туғыҙ ай эсендә төп капиталға инвестиция күләме 5 миллиард һум тәшкил иткән. Был иһә былтырғыға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк тигән һүҙ. Һуңғы йылдарҙа аграрийҙар күпләп яңы техника һәм ҡорамалдар һатып ала. Мәҫәлән, йыл башынан бирле 2 мең 900 берәмек техника, ҡорамал алынған.
Беҙҙең төп байлығыбыҙ — кеше. Шуға ла ауылдарҙың социаль хәленә иғтибарҙы нығыраҡ бүлергә кәрәк. Был йәһәттән "Ауылдың социаль үҫеше" федераль маҡсатлы программаһы ҡабул ителгән, уны тормошҡа ашырыу өсөн 1,2 миллиард һум аҡса бүленгән. Был сумма ауылдарҙа халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотоноласаҡ. Юлдарҙы ла ҡарарға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, барлыҡ программаларҙы тормошҡа ашырып, крәҫтиәндең мәнфәғәтен уйлап эш итеү мөһим.


Вернуться назад