Нимә ашайбыҙ?06.11.2013
Берәү баҫыуға килә лә эшҡыуарҙан томат әҙерләү өсөн бер нисә тонна помидор һатыуын һорай. Хужа йәшелсәнең әлегә бешмәүен әйтә. Әммә аҡса тип күҙе тонған бәндә, мин уны һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа өлгөртәсәкмен, ти ҙә, битлек кейеп, үҫентеләргә ниндәйҙер шыйыҡса һиптерә башлай. Һәм ни ғәжәп: әле генә йәм-йәшел булып ултырған баҫыу ҡып-ҡыҙыл төҫкә инә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт мөлкәтен һөҙөмтәле файҙаланыуҙы йәмәғәт күҙәтеүендә тотоу советының сираттағы ултырышында һөйләнеләр.
Магазин кәштәләре аҙыҡ-түлектән һығылып тора хәҙер. Тик беҙ туҡланған ризыҡтың сифаты ниндәй? Тап шул хаҡта һүҙ барҙы был юлы.
“Газпроммежрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Рәмил Яфаев сираттағы тикшереүҙең һөҙөмтәләре хаҡында бәйән итте.
Бөгөн тикшереүсе органдар күп булһа ла, уларҙың хоҡуҡтары самалы. Шуға ла баҙарҙы, магазин кәштәләрен сифатһыҙ, хатта кеше ғүмеренә ҡурҡыныс менән янаған аҙыҡ-түлек яулай.
– Ә халыҡтың йәшәү кимәле түбән, улар осһоҙораҡ аҙыҡты алырға тырыша, – тине Р. Яфаев.
Бөгөн Өфөлә иң яҡшы тип һаналған ресторандар ҙа үҙенең хеҙмәте менән маҡтана алмай. Мәҫәлән, “Рояль” ресторанында туҡланған алты кешегә сальмонеллез диагнозы ҡуйылған. Баҡһаң, бындағы креветкаларҙа уны тыуҙырыусы микробтар табылған. Өфө районындағы “Кирилловское” йәмғиәтенең һөт аҙыҡтарында эсәк таяҡсалары бактериялары булыуы асыҡланған, һауыт-һабаларҙы йыуыу йәһәтенән дә кәмселектәр бихисап. “Нурлы” сауҙа үҙәгендә кеүәҫте асыҡ һауала етештереүҙәре асыҡлана. Һөҙөмтәлә 800 литр шәкәр сиробы, иҫкергән 13 килограмм сүпрә тартып алынған, ғәйеплеләргә штраф һалынған.
Намыҫһыҙ һатыусылар ниндәй генә аҙымға бармай: иҫкергән тауыҡ итен хлорҙа тотоп, яңы ярлыҡ йәбештереп сауҙаға сығарыу осраҡтары ла бихисап.
Ултырышта киләсәктә кәштәләребеҙҙе сифатһыҙ аҙыҡтан арындырыу йәһәтенән төрлө фекерҙәр яңғыраны. Берәүҙәр урындарҙа сауҙа тәртибен күҙәтеүҙе көсәйтергә кәрәклеген белдерҙе, иң сифатлы аҙыҡтарға “Башҡортостан аҙығы” тигән махсус билдә ҡуйыуҙы юлға һалырға тигән тәҡдим дә булды.
Әлбиттә, күп нәмә халыҡтың үҙенә лә бәйле. Теге йәки был тауарҙы һатып алғанда уның ярлығына, ҡайҙа етештерелеүенә иғтибар бирергә, хоҡуғыбыҙҙы яҡлай, талап итә белергә кәрәк.