Яңы үткәүел сафҡа инде06.11.2013
Өфөнөң Октябрь проспектындағы “Дан бульвары” йәмәғәт транспорты туҡталышы эргәһендә йәйәүлеләр өсөн ер аҫты үткәүеле сафҡа инде. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо юл инфраструктураһы объектын ҡарап сыҡты.
Дөйөм майҙаны 1 450 квадрат метр тәшкил иткән үткәүел төҙөлөшөнә республика ҡаҙнаһынан 156 миллион һум аҡса бүленгән. Тоннелдең киңлеге — 8, оҙонлоғо — 68,2 метр. Ҡоролманы төҙөгәндә заманса талаптар иҫәпкә алынған. Физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләр ҙә унан ҡаршылыҡһыҙ файҙалана ала.
Объекттың проектлаусыһы — Санкт-Петербургтың “Гипростроймост” институты. Подряд эштәрен “Уралмостострой” йәмғиәтенең 123-сө күпер төҙөү отряды башҡарған.