Һыуһыҙ интекмәйәсәктәр06.11.2013
Һыуһыҙ интекмәйәсәктәрӘлмөхәмәт ауылы халҡына был юлы ла бәхет йылмайҙы, тип әйтергә мөмкин. Республикала яңы төҙөлгән дүрт фельдшер-акушерлыҡ пунктының береһенә өҫтәп, күптән түгел төбәктә тыуып үҫкән өс әҙиптең музейы асылды. Матур башланғыстың дауамы булып, йәнә яңы һыу үткәргес төҙөлә башланы.

Ауыл биләмәһе башлығы Рәйлә Солтанова әйтеүенсә, был эш “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Таҙа һыу” проектына ярашлы башҡарыла. Төҙөлөштө Сибай ҡалаһының “Строймеханизация” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (генераль директоры – Нур Тажетдинов) эшселәре алып бара.
Һыуһыҙ интекмәйәсәктәрБөгөн Фәрит Ғәлимов етәкселегендәге бригада Йәштәр, Ким Әхмәтйәнов һәм Тау урамдарында траншея ҡаҙыуҙы тамамлаған. Тиҙҙән уларға өр-яңы торбалар һалынасаҡ. Өс километр ярым оҙонлоҡ һыу үткәргес һуҙыу ҡаралған, траншеяның тәрәнлеге 2,40 метр тәшкил итә. Был иһә ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла һыуҙың туңмауын тәьмин итәсәк.
Проектҡа ярашлы, элеккеләренән айырмалы, бында һурҙырғыс башня булмаясаҡ. Уның урынына насос станцияһын төҙөү планлаштырылған. Шулай уҡ ауылға 11 һыу колонкаһы, туғыҙ янғын гидранты ҡуйыу ҡаралған.
Ер ҡаҙыуға тәғәйенләнгән өр-яңы техникала Венер Әхмәров эшләһә, торба һалыуҙа ағалы-ҡустылы Вадим менән Ғаян Мурзиндар, Ришат Йосопов тырыша. Һыуҙы теләүселәр үҙ йорттарына ла индерә ала.


Вернуться назад