Килешеү ярҙам итер02.11.2013
Энергияны һаҡлау һәм энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу буйынса республика программаһы ғәмәлгә индерелгәйне. Был документ, 2009 йылда Дмитрий Медведев тарафынан ҡул ҡуйылған “Энергияны һаҡлау һәм энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу тураһында”ғы 261-се Федераль закон кеүек үк, бөтә бюджет ойошмалары өсөн айырым маҡсатлы йүнәлеште билдәләне. Ул йыл һайын энергия ҡулланыуҙы 3 процентҡа булһа ла мотлаҡ кәметеүҙе күҙаллай. Быға нисек өлгәшергә һуң? Билдәләнгән бурысты үтәү өсөн энергия-сервис килешеүен иң ҡулай алым сифатында ҡарарға мөмкин.

Рәсәйҙә бындай килешеүҙәр күптән түгел генә төҙөлә башланы, шуға күрә уларҙы әлегә киң таралған тип әйтеп булмай. Ә инде Дания, Франция кеүек Европа илдәрендә энергия-сервис алымын ҡулланыу һөҙөмтәһендә ҡеүәтле инвестиция процестары тормошҡа ашырыла. Әлбиттә, был хәл уларҙың иҡтисадын үҫтереүгә лә өҫтәмә этәргес бирә.
Энергия-сервис килешеүендә күҙалланыуынса, ошо эш менән шөғөлләнгән ойошма заказсы өсөн үҙенең йә иһә кредит аҡсаһы иҫәбенә һыу, газ, электр энергияһы кеүек ресурстарҙы һаҡсыл ҡулланыу мөмкинлеген биргән сараларҙы тормошҡа ашыра. Бының өсөн заказсыға өҫтәмә аҡса түләүҙең кәрәге юҡ. Инвесторҙың сығымы энергияны һаҡсыл ҡулланыу иҫәбенә ҡаплана.
Был алым бюджет учреждениеларына ла, коммерция предприятиеларына ла ҡулай. Республикала энергия-сервис килешеүҙәрен индереүҙе бюджет ойошмаларынан башларға ҡарар ителде. Бындай башланғысты былтыр көҙ Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағында ойошторолған Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәге тәҡдим итте. “Дәүләт мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, беҙ бюджет учреждениелары, республикалағы ҙур ҡулланыусылар һәм халыҡтың аҡсаһын һаҡлап ҡалыуҙы, бушҡа сарыфламауҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ”, – ти ғилми үҙәктең етәксеһе Шамил Мәҡсүтов.
Иң мөһиме – эштә хаҡ йәһәтенән иң ҡулай техник ҡарарҙарҙы файҙаланыу мөмкинлеге киң. Мәҫәлән, иҫке тәҙрәләрҙе йылылыҡты һаҡлаусан яңыларына алмаштырыу, биналағы температураны көйләүсе шәхси йылылыҡ пунктын булдырыу ыңғай иҡтисади һөҙөмтә бирәсәк. “Балалар баҡсаһы әлегә тиклем энергия өсөн йылына 1 миллион һум түләһә, килешеү төҙөлгәс, уның күләме 600 мең һумға төшә. Һаҡлап ҡалынған аҡса менән энергия-сервис компанияһының сығымын ҡапларға була, – ти Шамил Мәҡсүтов. – Ошо рәүешле балалар баҡсаһы бер тинде лә бушҡа сарыфламаясаҡ”.
Әйтергә кәрәк: энергия-сервис компанияһы тендер үтеү тәртибе менән ҡаралған бөтә конкурс ғәмәлдәрендә мотлаҡ ҡатнашырға тейеш, сөнки компания килешеүҙе туранан-тура төҙөмәй. Конкурстың өс төрө бар. Һәр төр үҙенә генә хас үҙенсәлектәргә эйә. Ләкин уларҙың барыһы ла төп күрһәткестәрҙе: күләмде, экономиялау процентын һәм башҡарыу ваҡытын иҫәпкә ала.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк вәкиллеге, ошо өлкәләге сәйәсәттең юғары социаль әһәмиәтен аңлап, Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәгенә ойоштороу йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәтә. Күптән түгел генә ул “Энергетик яҡтан һөҙөмтәле Башҡортостан” проектын тормошҡа ашыра башланы.
Рәсәйҙә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында ошо йүнәлеште уңышлы үҫтереү өсөн аҡса етмәү менән бер рәттән тағы ла бер мөһим кәртәне үтергә кәрәк. Энергияны һаҡлау кескәй уҡыусыларҙан алып муниципалитет башлығының “йәшәү рәүеше”нә әүерелһен өсөн, үҙаңды камиллаштырыу шарт. Шуға күрә киң аңлатыу эше алып барыуҙы үҙәк үҙенең төп бурыстарының береһе тип иҫәпләй. Ошо маҡсатта быйыл энергияны һаҡлау идеяһын сағылдырған ике күргәҙмә майҙансығы асылды. Уларҙың тәүгеһе – Башҡорт дәүләт аграр университетында, икенсеһе — Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡтағы филиалында. Теләге булған һәр кем барып ҡарай ала. Проект Рәсәйҙең Энергетика министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы республика ҡаҙнаһына бүленгән федераль субсидия иҫәбенә тормошҡа ашырылды.
Республиканың иҡтисади үҫеш министры Александр Марьиндың фекеренсә, энергияны һаҡлау саралары аша төбәккә өҫтәмә инвестиция йәлеп итеү зарур, ә энергия-сервис контракттары был мәсьәләне көйләү йәһәтенән бик мөһим. Әле республикала ошо өлкәләге сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса тейешле шарттар тыуҙырылған. Ләкин был йүнәлеште төбәк һәм федераль бюджет ярҙамында ғына түгел, ситтән инвесторҙарҙы йәлеп итеп тә үҫтерергә кәрәк.


Вернуться назад