Агросәнәғәт комплексы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм урман хужалығы мәсьәләләре буйынса төбәк кәңәшмәһе үтте
Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа тәбиғәт шарттары ауыл хужалығы эшсәндәрен иркәләтмәй: йә ҡоролоҡ яфалай, йә үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алып булмай — туҡтауһыҙ яуған ямғыр ҡамасаулай. Быйыл да һауа торошо көйһөҙлөгөн күрһәтеүҙән туҡтаманы, һөҙөмтәлә бураларға һалынған иген күҙалланған күләмгә етмәне. Урып йыйыу осоронда ла ер кешеләренә аяҙ көндәрҙең нығыныуын йыш көтөргә тура килә.
Иглин ҡасабаһында үткән агросәнәғәт комплексы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм урман хужалығы мәсьәләләре буйынса төбәк кәңәшмәһендә һәр тармаҡтағы көнүҙәк, йылдар буйы хәл ителмәй килгән проблемалар, сетерекле мәсьәләләр һөйләшеүҙең төп темаһы булды.
Ысынлап та, республиканың тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәренең, төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш райондар хакимиәттәре башлыҡтарының, ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктарының һәм предприятие белгестәренең йыйылып, күҙгә-күҙ ҡарашып, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү-кәңәшләшеүе өсөн сәбәп етерлек булып сыҡты.
Сараны асып, республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев һәр тармаҡтағы хәлдәр менән ҡыҫҡаса таныштырып, бөгөндән хәл итеүҙе көткән көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләне. Форсаттан файҙаланып, Эрнст Фәрит улы яңыраҡ ҡына Мәскәүҙә үткән ХV "Алтын көҙ" Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә әүҙем ҡатнашҡан райондарға рәхмәтен дә еткерҙе. Унда 40-лаған ауыл хужалығы предприятиеһы байтаҡ алтын һәм көмөш миҙал яулаған. Иң мөһиме — Башҡортостандың имиджы тағы нығынған.
Ҡоролоҡҡа бәйле иген етерлек күләмдә бураларға һалынмаһа ла, былтырғы менән сағыштырғанда, уңыш насар түгел — 400 мең тоннаға күберәк йыйып алынған. "Эске ихтыяж өсөн етерлек", — тип билдерҙе Э. Исаев.
Туғыҙ айлыҡ йомғаҡ буйынса, ауыл хужалығы тармағындағы үҫеш, былтырғы шул осорҙағыға ҡарағанда, 8 процентҡа юғарыраҡ. Уртаса эш хаҡы 11 мең һум тәшкил иткән. Бында ла ыңғай үҙгәреш күҙәтелә.
Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, ҡоролоҡ арҡаһында байтаҡ район зыян күргән. Ләкин бер нисә йыл рәттән ошондай ауыр хәл тыуыуға ҡарамаҫтан, һабаҡ алынмаған, ауыл хужалығы майҙандарын страховкалау үтә һүлпән бара. Уларҙың ни бары 5 проценты ғына страховкаланған. Быйыл ҡоролоҡтан күрелгән зыян күләме 3,2 миллиард һум тәшкил иткән.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе һаналған орлоҡ туплауға айырыуса етди иғтибар йүнәлтелде. Тотош Рәсәйҙәге һәм күрше төбәктәрҙәге кеүек үк, республикала ла орлоҡ запасы булдырыу эше киҫкен тора. Барын тейешенсә һаҡларға кемгә күпме кәрәклеген асыҡлауҙы тамамларға ҡушылды.
Көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш райондарҙың күбеһендә көнбағыш һуғыуҙың һүлпән барыуы — борсоулы мәсьәләләрҙең береһе. Етмәһә, уңыштың еүешлеге өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙыра. Юғалтыуға юл ҡуймаҫҡа, элеватор ҡабул иткәнгә ҡәҙәр хужалыҡтарға үҙ көстәре менән киптерә торорға, улар менән тығыҙ бәйләнештә булырға кәңәш ителде.
Быйыл шәкәр сөгөлдөрө ҡотороп үҫкән тиһәң дә була, һәр гектарҙан уртаса 350 центнер "татлы тамыр" алына. Әммә хужалыҡтар өсөн уны тапшырыу үҙе бер бәләгә әүерелде. "Ҡабул итеү пункттарында өлгөрә алмауҙарын беләбеҙ, был мәсьәләне контролдә тотабыҙ һәм көйләргә тырышабыҙ", — тип ышандырҙы Премьер-министр урынбаҫары.
Ауыл хужалығын үҫтереү маҡсатында ҡабул ителгән программаларҙың һөҙөмтәһе ҙур, әлбиттә. Дәүләт ярҙамынан файҙаланып, быйыл да күп кенә хужалыҡтар машина-трактор паркын яңыртҡан. Мәҫәлән, 1 октябргә 2 мең 900 берәмек техникаға эйә булынған.
Сығыштарҙан аңлашылыуынса, малсылыҡта ла ең һыҙғанып башҡараһы эштәр етерлек. Төп бурыс — мал һанын кәметеүгә юл ҡуймау, һөт етештереүҙе арттырыу. Шулай уҡ ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәрҙә барлыҡ көстө мал аҙығы туплауға йүнәлтергә ҡушылды. Республикала "500 ферма" программаһы ярайһы ғына уңышлы эшләп килһә лә, бер генә хужалығы ла ошо сарала ҡатнашмаған райондар бар. Заман талаптарына ярашлы эш итмәй тороп, сифатлы тауар етештереп булмауҙың көн кеүек асыҡлығы йәнә билдәләп үтелде. Етештерелгән итте күмәртәләп һата алмау мәсьәләһе лә күтәрелде. Әйткәндәй, был малсыларҙы күптән борсой.
Ветеринария идаралығы начальнигы Вәкил Буранбаевтың әйтеүенә ҡарағанда, нисәмә йылдар буйы күҙ йомоп ҡаралған, халыҡты урынлы хәүефләндергән мал ҡәберлектәренә бәйле киҫкен мәсьәләгә, ниһайәт, нөктә ҡуйыласаҡ. Һәр хәлдә, әле күрелә башлаған саралар быға ышаныс тыуҙыра. Юҡһа, кем һәм ҡайҙа теләй шунда хасил иткән мал ҡәберлектәре һаны 1283-кә еткән. Инвентаризация үткәргәндән һуң, уларҙың 20-һе генә ветеринария-санитария талаптарына яуап биргәнлеге асыҡланған. "Хәүеф тыуыуҙың төп сәбәбе — хужаһыҙлыҡ", — тип белдерҙе Вәкил Салауат улы. Әле уларҙың 406-һын ябыу эше тамамлана. Киләһе йылдан хәлде ветеринария-санитария талаптарына ярашлы тотоу өсөн аҡса бүлеү ҡаралған.
Быйылғы йыл һыу ҡоролмаларының ныҡлығын, төҙөклөгөн, яуаплыларҙың үҙ бурыстарын нисек үтәүҙәрен байтаҡ төбәктәрҙә һынаны. Шуға ла экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Илдар Һаҙыевтың һыу ҡоролмалары өсөн яуаплы етәкселәргә ҡышҡы осорға әҙерлекте көсәйтергә саҡырыуы урынлы яңғыраны.
Кәңәшмәнең Иглинда үтеүенең ғилләһе шунда: район үҫеш юлында, урып йыйыу тамамланған, социаль өлкә буйынса ла, сәнәғәттә лә күрһәткестәр ыңғай.
Хакимиәт башлығы Рафиҡ Мусин ҡатнашыусылар иғтибарына ҙур ҡалаларға яҡын урынлашҡан райондарҙы борсоған проблеманы еткерҙе. Ҡала халҡының баҡсаларына һәм ҡасабала йәшәп тә, ситтә эшләүселәргә ҡағыла ул. Был мәсьәләнең етдилеген танып, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығына мөрәжәғәт итергә тәҡдим ителде.
Һүҙҙән шунда уҡ эшкә күселде тиергә мөмкин, кәңәшмәнән һуң ҡатнашыусылар парк биләмәһендә дәррәү ағас ултыртты.
Николай КОВАЛЕНКО,
ауыл хужалығы министры:
— Кәңәшмәлә республиканың 27 районының хакимиәт башлығы, ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары, урман хужалыҡтары һәм экология, һыу ҡоролмалары өсөн яуаплы белгестәр ҡатнашты.
Барлыҡ көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Урып йыйыу эштәре тамамланыу алдында торғанда, мал ҡышлатыуға әҙерләнгәндә ошондай төплө һөйләшеү кәрәк ине, сөнки тап әлеге төбәктәрҙә орлоҡ туплау, мал аҙығы менән тәьмин итеү буйынса етешһеҙлектәр бар. Һөҙөмтә булыр тип ышанам. Күтәрелгән мәсьәләләрҙең ҡайһы берҙәре артабан хәл итеү өсөн Ауыл хужалығы министрлығына йүнәлтелде.
Рафиҡ ХАРИСОВ,
Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы:
— Ҡаралған мәсьәләләрҙең барыһы ла беҙҙең район өсөн көнүҙәк. Төбәк кәңәшмәләрен үткәреү кәрәк, сөнки бер-беребеҙҙән кәңәш, өлгө алабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Һыу ҡоролмаларына иғтибарҙы арттырыу ҙа урынлы, сөнки был мәсьәлә һуңғы йылдарҙа онотола төшкәйне.