Ҙур карапҡа оло һыу кәрәк, тиҙәр. Был һүҙҙәр нәҡ йүнсел Иван Ивановҡа ҡарата әйтелгән тиерһең. Эшҡыуар оҙаҡ йылдар Өфөлә ғүмер кисергән, төҙөлөш йүнәлешендә үҙ эшен бик көйлө алып барған һәм бер нисә йыл элек кәләше, ҡала ҡыҙы Ольга Владимировна менән тыуған яғына ҡайтып төпләнгән. Улай ғына ла түгел, крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороп, ярайһы уңыштарға өлгәшкән.
– Ғөмүмән, үҙгәрештәр индереү мине дәртләндерә һәм алға әйҙәй, күңел донъяма ниндәй ҙә булһа яңылыҡтың килеп кереүе киләсәккә маҡсат билдәләгәндә лә ярҙам итә, – тип башланы һүҙен Иванов исемендәге крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. – Уңайлы ҡала мөхитен ташлап, яҙмышымды ауыл менән бәйләүемә башта ҡайһы берәүҙәр сәйерһенеп ҡараны. Аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ. Урта Ҡарамалы – тыуған ауылым. Минеңсә, яратҡан шөғөлдөң юҡлығы әҙәм балаһын насар уйҙарға этәрә, ҡул ҡаушырып ултырыу булмышыма бер нисек тә тап килмәй.
Фермер яҙғыһын 215 гектар ергә шәкәр сөгөлдөрө сәскән, әле уңыштың мул булыуына сикһеҙ һөйөнә. Әйткәндәй, ул йыл да баҫыу майҙанын киңәйтеүҙе үҙенә ниәт иткән. Бөгөн иһә гектар ҡеүәте 600 центнерҙан ашыу! Йәшелсәнең ялан тулып өйөлөп ятыуы, әлбиттә, һәйбәт. Әммә уны заводҡа ваҡытында тапшырыу мәсьәләһе лә бар бит. Шул хаҡта һорашам.
Иван Иванов белдереүенсә, уңыш ҡар аҫтында ҡалмаясаҡ, әле 80 гектар майҙанды биләгән аҙаҡҡы баҫыуға күскәндәр. Улар Раевка шәкәр заводына тәүлегенә 20 "КамАЗ" "татлы тамыр" оҙата. Был тәңгәлдә тотҡарлыҡтар йәки аңлашылмаусанлыҡтар юҡ.
Тормоштоң йәмен һәм тәмен табып йәшәгәндәрҙең сәменә тамсы ла шикләнмәйем. Ямғыр ҡойоп яуып тора, баҫыуға инерлек түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡарамалылар һис тә бирешергә уйламай. Бының сере бик ябай: бында тырыштар һәм өлгөрҙәр хеҙмәт күрһәтә. Өҫтәүенә, хужалыҡтың ҡеүәтле техникаһы төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ныҡ ярҙам итә. "Т-150" тракторҙары "КамАЗ"дарҙы баҫыу буйлап һөйрәтеп йөрөй, оло юлға тиклем алып бара. Әгәр ҙә фермер һауа торошоноң көйһөҙлөгөн сәбәп итеп, йылы өйөнән сыҡмаһа, ниәт-уйҙары бер ҡасан да тормошҡа ашмаясағы көн кеүек асыҡ. Көрәш, ә был осраҡта шәкәр өсөн, шулай булырға тейеш тә.
Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Динар Хөснуллин һөйләүенсә, Иванов кеүек ныҡышмал егеттәр күберәк булһа, иҡтисади күрһәткестәр яҡшырасаҡ, халыҡҡа эш урындары артасаҡ. Шундайҙарҙы ҡеүәтләү, дәртләндереү маҡсатында район кимәлендә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн уҙғарыу изге йолаға әйләнгән.
Әйткәндәй, Йәрмәкәй районында бындай мәртәбәле сара тап бөгөн үтә. Унда бер төркөм хеҙмәт алдынғылары бүләкләнәсәк, улар араһында Иванов исемендәге крәҫтиән (фермер) хужалығының алдынғы механизаторы Игорь Иванов та бар.