Буранғоловтарҙың таянысы — башҡорт тоҡомло аттары01.11.2013
Буранғоловтарҙың таянысы — башҡорт тоҡомло аттарыЙылҡысылыҡ буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урын биләй. Һуңғы йылдарҙа кооперативтарҙа мал һаны кәмеһә лә, шәхси хужалыҡтарҙа ат тотоусыларҙың ишәйеүе күҙәтелә. Дүсән ауылында Фәриҙә менән Иҙрис Буранғоловтарҙың шәхси ихатаһында уларҙың һаны ике тиҫтәнән ашыу.

Ауыл ерендә үҫкән ниндәй малай тал сыбығынан ат менеп уйнамаған инде. Бәләкәйерәк саҡта шулай сабышһалар, Иҙрис Ильяс ағаһы менән колхоздың йылҡы өйөрөн ҡараған атайҙары янында урала, буйы етер-етмәҫтән ат егергә өйрәнә, уларҙы тәрбиәләшә, тыуған яҡ киңлектәрендә ҡоштай һыбай елә. Ә инде үҫә килә “техника ене” ҡағылған егет “тимер ат”ты эйәрләү уйы менән яна һәм Бәләбәйҙә шоферлыҡҡа уҡый.
– Йәшлек романтикаһы беҙҙе алыҫ Себер тарафтарына әйҙәне, – тип йылмая Фәриҙә ханым. – 1985 йылда ғаиләбеҙ менән Нижневартовскиҙан алыҫ булмаған Пойковск ҡасабаһында урынлаштыҡ. Унда алты ай эсендә йорт һалып индек, ҡасабала тәүгеләрҙән булып ҡойма тоттоҡ, мунса һалдыҡ, бәрәңге сәстек. Әммә биш йылдан һуң өс балабыҙ менән тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайттыҡ.
– Себерҙән мин 34,5 килограмм ауырлыҡтағы ҡыңғырау алып ҡайттым. Ул әле лә Пономаревка ауылында сиркәүгә йөрөүселәрҙе һөйөндөрә, – тип әңгәмәне дауам итә Иҙрис Насир улы. – Бының өсөн дүрт йәшлек ат алдым. “Йәшен” ҡушаматлы юртаҡ район һабантуйҙарында кооператив исеменән әллә нисәмә тапҡыр ҡатнашты. Ырымбур өлкәһенең Наурыҙ ауылындағы бәйгелә лә һынатманы һәм шуның өсөн бүләккә бер йәшлек тай бирҙеләр.
Ауылда тыуып үҫкәндәр аттың ҡәҙерен белә. Үҙ аҡсаларын да йыйыштырып, йыл һайын берәр ҡолон йә тай һатып ала башлайҙар. Ана шулай хужалыҡта йылҡы ишәйгәндән-ишәйә. Ғаилә башлығы Ырымбур ипподромынан Америка тоҡомло “Гавань” ҡушаматлы атты алып ҡайта. Хәҙер уларҙың ихатаһында ҡолондары менән бергә 23 ат аҫрала.
Буранғоловтарҙың таянысы — башҡорт тоҡомло аттарыБашҡорт тоҡомло аттар хужаға эйәләшеп бөткән, уны күреүгә әллә ҡайҙан кешнәп, хатта утар ҡапҡаһына уҡ килеп торалар. “Гавань” ҡушаматлыһы бәйге аты булһа, өйөр айғыры Буян ситтәрҙе яҡын да юлатмай. “Йондоҙ ҡапҡаны “һә” тигәнсе аса, Сиған менән Барон да үҙ ғәҙәттәре менән ғәжәпләндерә”, – тип һәр ҡайһыһының холҡон һүрәтләй ала Иҙрис Насир улы. Хужалар башҡорт тоҡомло аттарҙы аҫрауҙы ҡулай күрә, сөнки уларҙың өҫтөнлөктәре билдәле. Ҡурала мал һаны ишәйеү менән ҡымыҙ яһау теләге лә тыуған. Иҙрис Насир улы Шафранда йәшәүсе Наил Ғәлиәкбәровтан тоҡомло айғыр һатып алған һәм унан был шифалы эсемлекте яһау серҙәрен дә һорашҡан. Хужа әйтеүенсә, ҡымыҙҙың әселеге, тәме уның ҡурына бәйле һәм, әйтергә кәрәк, ул билдәле бер ваҡыт юғары температурала тотолорға тейеш.
– Хәҙер өс йыл инде ошо шифалы эсемлекте үҙебеҙ яһайбыҙ, – ти Фәриҙә апай. – Ҡымыҙыбыҙҙы һатып алып торалар. Ауылға ялға ҡайтыусылар айырыуса оҡшата, район үҙәгенән дә дауаланыу курсы үтәбеҙ тип берәр ай алып эсәләр. Батырҙар эсемлеген ураҙа, туй ваҡытында ла һораусылар күп.
– Беҙҙең 35 гектар еребеҙ бар, малды шунда көтәбеҙ. Белеүебеҙсә, башҡорт борон-борондан йылҡыны тибендә йөрөткән, беҙҙең малҡайҙар ҙа ғинуар айына тиклем яланда. Тау ҡылғаны менән туҡланғанда, һоло ашағанда ғына бейәнең һөтө тәмле була. Ә итенә килгәндә, үҙебеҙ өсөн һуябыҙ, ҡаҙылыҡ та яһайбыҙ, һауып эсеү өсөн кәзә лә аҫрайбыҙ, – тип һүҙҙе дауам итә Иҙрис Насир улы. Быға ҡәҙәр бейә ҡул көсө менән һауылһа, хәҙер “Фермер АД-02” аппараты файҙаланыла. Бейәләрҙең һөтө тулыһынса һауып бөтөлмәй, йорт-ҡура алдында сырҡырап йөрөгән ҡолонҡайҙарға ла ҡалдырыла. Хужалыҡта ярҙамлашҡан Рифмир Ҡотлояров та – ат йәнле егет, һәр ҡайһыһына исемдәрен әйтеп, улар менән ихлас “һөйләшә”.
– Мал-тыуар өсөн ҡышҡылыҡҡа етерлек запас тупланыҡ, – ти Иҙрис Буранғолов, әле яңыраҡ ҡына өйөлгән бесән төргәктәренә ымлап. – Фураж, һалам һорап та йыш ҡына урындағы етәкселәргә мөрәжәғәт итәбеҙ, үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмайҙар, хужаларға рәхмәтлебеҙ.
Ихатала Буранғоловтарҙың бесән әҙерләү өсөн ике тракторы, сапҡысы, преслағыс кеүек тағылма инвентары бар. Һарай мөйөшөндә кашауай сана урын алған. Ҡыш улар Яңы йыл, Науруз байрамдарында бала-сағаны атта йөрөтөп ҡыуандыра. Ялан кәртәлә ҡолондар уйнауын һоҡланып күҙәткән хужаларҙың өйөндә лә балалары бүләк иткән ат һыны йәки картиналар урын алған.
Буранғоловтар, икеһе лә хаҡлы ялда булһа ла, тулы мәғәнәле тормошта йәшәй. Өлкән улдары Рузил Һамар ҡалаһында “Втормаркет” ойошмаһын етәкләй, икенсеһе Фаил Өфөлә төпләнгән. Күптән түгел ата-әсә өсөнсө улдары Эдуардҡа ла кәләш әйттереп, оло ҡыуаныс кисергән.
Ата-бабабыҙ “Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр” тигән. Белеүебеҙсә, кемдең теләге бар, кем эш ярата, шуның хыялы ла тормошҡа аша, йәшәргә дәрте лә була.


Вернуться назад