“Зәңгәр яғыулыҡ” та иҫәп ярата01.11.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбиғи газ менән тәьмин итеү өлкәһендәге түләү тәртибенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция рәүешендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Кәңәшмә барышында “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте башлығы Алексей Миллер илдә газ өсөн түләүҙең аванс системаһына күсергә тәҡдим итте. Дмитрий Медведев башланғысты хуплауын белдерҙе. Бынан тыш, Хөкүмәт рәйесе ресурстар менән тәьмин иткән компанияларҙа мәғлүмәтте ситтән тороп алыу мөмкинлеген биргән иҫәп-хисап приборҙарын ҡуйыуҙы ла яҡлап сыҡты.
Газ өсөн бурыс ил буйынса — 100 миллиард һумдан ашыу, Башҡортостанда 1,6 миллиард һум тәшкил итә.