Мутлашыуҙар туҡтамай30.10.2013
Рәсәйҙә юл насар, тибеҙ. Ә уның насарлығында кем ғәйепле һуң? Мәҡәлдә әйтелгәнсә, алйоттармы, әллә “аҡыллылармы”?

Кисә Рәсәй Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ошондай “аҡыллыларҙы” ҡулға алған. “Дортрансстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры һәм уның өс әшнәһе юл эштәре барышында мутлашыу өҫтөндә тотола. Улар М-7 “Волга” трассаһында, Кушнаренко районында, урау юл төҙөүгә йүнәлтелгән аҡсаның 43 миллион һумын үҙләштергән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, енәйәттә ғәйепләнеүселәр, дәүләт контракты шарттарын боҙоп, төҙөлөштә күпкә арзаныраҡ материалдарҙы тейешенән аҙыраҡ күләмдә файҙаланған. Ә дәүләт заказын башҡарған Федераль юл агентлығының Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығына эштең тулы кимәлдә һәм тейешле сифатта башҡарылыуы тураһындағы ялған ҡағыҙҙар ебәргәндәр.
Тикшереү асыҡлауынса, юлдың ҡалынлығы ҡуйылған талаптарҙан ике тапҡырға йоҡараҡ булып сыҡҡан. Белгестәр әйтеүенсә, был уның тиҙ арала сафтан сығыуына һәм боҙолоуына килтерәсәк. Әлеге “Дортрансстрой” юл-төҙөлөш компанияһы директорына һәм уның әшнәләренә ҡарата “айырыуса ҙур күләмдә мутлашҡан өсөн” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Үрҙә әйтелгән дәүләт контрактын башҡарыу өсөн бөтәһе 2,3 миллиард һум аҡса бүленгән булған. Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәре уның буйынса башҡа мутлашыу осраҡтарын тикшерә.
Шуныһын билдәләү кәрәк: намыҫһыҙ подрядсыны республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса булдырылған Өфө ҡалаһының юл-төҙөлөш лабораторияһы асыҡларға ярҙам итте. Яңы автомобиль юлын һынау өсөн алған өлгөләрҙе ошонда тикшергәндәр һәм етешһеҙлекте асыҡлағандар. Элек, бындай лабораторияны булдырғанға тиклем, эште ни бары яҡынса самалап ҡына ҡабул иткәндәр.
Юлдарҙың сифатын яңыса тикшереү йылдан ашыу бара. Уның билдәле миҫалы — Өфө — Аэропорт юлын төҙөкләндереү. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: сифаты тейешле булмаған өсөн уны бер нисә мәртәбә яңынан һалғайнылар.

РЕДАКЦИЯНАН. Өфө ҡалаһының юл-төҙөлөш лабораторияһы, уның эшмәкәрлеге тураһында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ инде (“Башҡортостан”, 16.07.2013 йыл). Әлеге мәсьәлә буйынса тикшереү үткәргән лабораторияның етәксеһе Василий Ивлевтың фекерен белергә иҫәп тотҡайныҡ та, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның менән бәйләнешкә инеп булманы.


Вернуться назад