Башҡортостанға — 600 миллион һум30.10.2013
Рәсәйҙең 70-тән ашыу төбәгенә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға 40 миллиард һум дотация бүленә. Шуның 599 094,1 мең һумы Башҡортостанға тура килә.
24 октябрҙә ил Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, дотация, Рәсәй Президентының указдарына ярашлы, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға өҫтәмә сығымды өлөшләтә ҡаплау өсөн бирелә.
Уның иң ҙур өлөшө Татарстанға (2 212 665,3 мең һум), Силәбе өлкәһе (1 970 626,4 мең һум), Саха (Яҡут) Республикаһы (1 887 339,1 мең һум), Дағстан (1 821 903,9 мең һум), Түбәнге Новгород өлкәһе (1 184 002,4 мең һум), Байкал аръяғы крайына (1 248 779,1 мең һум) тап килә. “Дотация бүлгәндә Рәсәй төбәктәрендәге дәүләт власы органдарының быйыл һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә һөҙөмтәлелекте арттырыу, хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу буйынса саралар планын үтәүе иҫәпкә алынды”, — тип билдәләнә Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте белдереүендә.
Быйыл бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға сығымды өлөшләтә ҡаплау өсөн 100 миллиард һум күләмендә дотация ҡаралған. Шуның 60 миллиард һумы 78 төбәк ҡаҙнаһына йүнәлтелгән. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, ҡалған 40 миллиард һумды илдең 75 субъекты араһында бүлеү күҙаллана.
Башҡортостандағы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, бюджеттан ныҡлы тәьмин ителгән Мәскәү, Төмән өлкәһе, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарына, шулай уҡ Архангел өлкәһе бюджеты аша финансланған Ненец автономиялы округына аҡса бүленмәгән. Бынан тыш, был исемлеккә Калуга, Ленинград һәм Ростов өлкәләре инмәгән.