Насар юлдан үтергә тура килһә, уны һалыусыларҙы әрләп өйрәнгәнбеҙ, ләкин көҙгөләй ялтырап ятҡан яҡшыһын күреп, үҙҙәрен бик маҡтап бармайбыҙ. Йөрөй башлаһаң, республикабыҙҙа матур юлдарҙың байтаҡ икәнлеге күренә. Балтас юл ремонт-төҙөлөш идаралығы — нәҡ шундай сифатлы юлдарҙы күбәйтеүгә үҙ өлөшөн индергән предприятиеларҙың береһе.
Ҡасандыр бында "екке ат" тигән техника менән эш башлағандар. Бөгөнгө мөмкинлектәр ул замандағыларҙың төшөнә лә инмәгән, әлбиттә.
90-сы йылдар аҙағында юл ремонт-төҙөлөш идаралығы алдына районда ҡаты япмалы юлдарҙы төҙөү һәм тәртиптә тотоу бурысы баҫа. Эште асфальт-бетон заводының юҡлығы ғына тотҡарлай. Тиҙ арала кәрәкле ҡорамалдарҙы алып, мәсьәләне хәл итеп тә ҡуялар. Шулай итеп, 2000 йылда үҙҙәренең асфальт-бетон заводы тәүге продукцияһын бирә. Завод юл ремонт-төҙөлөш идаралығын яңы кимәлгә сығара, автомобиль юлдарын һалыу, ремонтлау, хеҙмәтләндереү бермә-бер еңелләшә.
— Беҙҙең идаралыҡ — көслө, ышаныслы ойошма, — ти компанияның етәксеһе Марсель Закиров. — Уның яңы, ҡеүәтле техникаһы ла, белгестәре лә етерлек. Быйыл ғына биш "КамАЗ" менән заманса автогрейдер һатып алдыҡ. Хәҙер быға тиклемгенән күпкә ҙурыраҡ, күләмлерәк эштәр башҡарырға һәләтлебеҙ. Тик бирелгән пландарҙың етди финансланыуы шарт.
2012 йылда 84 миллион һумлыҡ юл эше башҡарылһа, быйыл иһә планлаштырылған 160 миллион һумдың 157-һе үҙләштерелгән дә инде. Район үҙәгендә генә түгел, башҡа ауылдарҙа ла юлдар әүҙем төҙөлә, яңыртыла, яҡшыртыла. Быйыл Иҫке Балтас ауылының биҫтәләрен тоташтырыусы күпер асылды. Республикала стеклониттан һалынған тәүге композит күпер булараҡ билдәлелек алды ул. Былтыр дүрт йорт ихатаһы тәртипкә килтерелһә, быйыл мәсет алдындағы майҙансыҡ төҙөкләндерелде, тимәк, ауыл халҡына хәҙер көҙгө бысраҡ ҡамасау була алмай. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән юлсылар ҡышҡы бурандарҙа ла бөтә район биләмәһендә автомобиль транспортының өҙлөкһөҙ хәрәкәтен тәьмин итергә һәләтле.
Әле юл ремонт-төҙөлөш идаралығы бик ҙур проектты тормошҡа ашырҙы: Иҫке Балтас — Асҡын республика трассаһы ремонтланды. Идаралыҡ белгестәре технологияның еренә еткереп үтәлеүен хәстәрләне, сөнки бында ауыр йөк тейәгән ҙур машиналар йөрөй, тимәк, юл япмаһы ныҡлы, сифатлы булырға тейеш. Балтас районында Тушҡыр ауылына илтә торған юлды һалғанда беренселәрҙән булып тероклит япма яһау технологияһын файҙаландылар. Американан үҙләштерелгән был иң заманса алым беҙҙә ҡулланыуҙа булған башҡа ысулдарҙан 35 процентҡа ныҡлыраҡ һәм арзаныраҡ. Уның буйынса ҡырсынташ та тотонолмай. Төбәктә уға ҡытлыҡ булғас, быныһы айырыуса мөһим. Юл япмаһын цемент һәм полимер өҫтәмәләр менән генә ҡаплайҙар. Өҫтөн тығыҙлап-үтекләп сыҡҡандан һуң ике сәғәт үтеүгә юл файҙаланыуға әҙер.
Бында коллектив татыу һәм берҙәм. Күптән эшләп йөрөүсе тәжрибәле эшселәр аҙ түгел. Мәҫәлән, Харисйән Сәйетов Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығының Почет грамотаһы менән наградланған, Илдус Шакиров — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
Идаралыҡта 75 кеше эшләй, уларҙың хеҙмәтен һөҙөмтәле ойоштороу мөһим. Предприятиела ике сменала эш көнөн һәм ялды сиратлаусы график индерелгән. Был эштең өҙлөкһөҙ барыуына, йөкләмәләрҙең ҡыҫҡа ваҡытта үтәлеүенә булышлыҡ итә. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр алдарына ҡуйылған бурыстың юғары кимәлдә, тиҙ һәм сифатлы башҡарылыуына ынтыла.