Замандан артта ҡалыу – бәлә30.12.2011
Республика башлығының «Российская газета» хәбәрселәре менән әңгәмәһендә Башҡортостандың етештереү тармағын киңәйтеү хаҡында ҡыҙыҡлы фекерҙәр яңғыраны.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, Салауат ҡалаһындағы яңы технопаркка өҫтәмә эш урындары асыу, яңы эшләнмәләр йәлеп итеү, иҡтисадыбыҙҙың конкуренцияға һәләтен арттырыу, һалым базаһын нығытыу йәһәтенән ҙур өмөт бағлана. Тик был проекттың киләсәге сеймалдың булыу-булмауына бәйле. Әле республикаға химия продукцияһының даими килеүен тәьмин итеүҙең бер нисә варианты ҡарала, тине Президент.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә ҡамасаулаған ҡайһы бер мәсьәләләргә туҡталып үтте.
– Өфөләге авиация предприятиеларының барыһында ла булдым, уларҙың үҫешкә ынтылышын күрҙем. Әммә был йәмғиәттәрҙең эш ысулдары замандан артта ҡалған, – тине Президент. – Әлеге күренеш – ундағы етәкселәрҙең ғәйебе түгел, ә бәләһе. Бөгөнгө дәғүәселек шарттарында предприятиеларҙың һөҙөмтәлелеген дөрөҫ баһалау мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны аңламаусылар байтаҡ. Ундай йәмғиәттәрҙе ҡотҡарырға кәрәк.
Рөстәм Зәки улының фекеренсә, төбәк властары өсөн республикаға аҡса һалыусыларҙың барыһы ла ҡәҙерле. «Инвесторҙарҙы төркөмдәргә, ҡатламдарға, яҡшыға һәм насарға бүлмәйбеҙ, – ти ул. – Башҡортостанда эшләргә теләгән һәр кемгә һалым ташламалары бирергә әҙербеҙ. Беҙҙең төп бурыс – яңы эш урындары, өҫтәмә килем алыу, халыҡтың иҡтисади әүҙемлеген арттырыу».
М. ДАЯНОВ.


Вернуться назад