Кәметергә мөмкин26.10.2013
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Ҡаҙна, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитетының ултырышында “Һалым һалыуҙың патентлы системаһы тураһында”ғы республика Законына Хөкүмәт тарафынан индерелгән төҙәтмәләр ҡаралды.
Улар буйынса бәләкәй бизнес иңенә һалынған һалым йөкләмәһе һиҙелерлек кәмергә тейеш. Атап әйткәндә, ялланып эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең иҫәбенән сығып, күҙалланған йыллыҡ килемдең күрһәткестәрен дифференциациялап, һалым күләмен кәметеп буласаҡ.
Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, предприятиела 6 – 10 кеше эшләгән осраҡта потенциаль килем күләме икеләтә арта, 11 – 15 кеше эшләһә – өсләтә. Хәҙер иһә һәр ялланып эшләгән хеҙмәткәр өсөн 0,2 процентлыҡ коэффициент өҫтәй барыу тәҡдим ителә. Үҙ сиратында, был һалым күләмен кәметәсәк.
Шулай уҡ халыҡ художестволы кәсебе әйберҙәрен етештергән шәхси эшҡыуарҙарҙың ихтимал булған йыллыҡ килеме күләме лә кәметеләсәк (130 мең һумдан 100 мең һумғаса). Был ошо төр эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә ярҙам итеү йәһәтенән эшләнә.
Патентлы һалым һалыу системаһы менән файҙалана алған эшҡыуарлыҡ төрҙәре даирәһе лә киңәйәсәк. Әлеге исемлектәге 47 төргә мебель етештереүселәр, мунса, солярий хеҙмәте, күсермә яһау-күбәйтеү хеҙмәттәрен күрһәтеүселәр ҙә инеүе ихтимал.